САРМАНАЙ
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Март 2023, 14:35

Мәшғүллеккә булышыу маҡсаты менән

Саҡмағош районының Ғаилә хеҙмәте менән Мәшғүллек үҙәге белгестәре берлектә хеҙмәттең коворкинг-үҙәгендә саралар комплексын тормошҡа ашырыу сиктәрендә “Эшкә урынлашыуға этәргес биреү” (“Мотивирование на трудоустройство”) темаһына арналған сара ойоштороп үткәрҙеләр.

Мәшғүллеккә булышыу маҡсаты менән
Мәшғүллеккә булышыу маҡсаты менән


Унда ҡатнашҡан райондаштарға хеҙмәт урыны табыу, яңы һөнәр үҙлештереү өсөн уҡыу һәм социаль тәьминат мөмкинлекләре тураһында мәғлүмәттәр еткерелде. Сараға килеүселәр хеҙмәттең психологы Г.Ф. Яҡупова менән “Ниңә беҙ эш эҙләйбеҙ?” темаһына яуаптар эҙләнеләр, шулай уҡ сара барышында “Мин эш тапҡандан һуң тормошомда ниндәй үҙгәрештәр булыр?”, “Үҙем теләгән эште табыуға миңә нимә ҡомасаулай?” һәм башҡа ошондай һорауҙар тикшерелде. Мәшғүллек үҙәге белгесе Э.В.Әхмәҙуллина сарала ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Осрашыу ахырында уңай ынтылышты арттырыуға йүнәлтелгән “Биш йылы һүҙ” күнекмәһе үткәрелде.

Мәшғүллеккә булышыу маҡсаты менән
Мәшғүллеккә булышыу маҡсаты менән
Мәшғүллеккә булышыу маҡсаты менән
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас: