САРМАНАЙ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Март 2023, 14:30

Мөһим тарихи ваҡиға уңайынан

2014 йылдың 18 мартында илебеҙ өсөн үтә лә мөһим тарихи ваҡиға булды – тап ошо көндә Ҡырым һәм Севастополь Рәсәй менән ҡушылды. Ошо айҡанлы беҙҙең Саҡмағош районының мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларында күп һанлы саралар ойошторолдо.

Мөһим тарихи ваҡиға уңайынан
Мөһим тарихи ваҡиға уңайынан


Иҫке Ҡалмаш ауылы мәҙәниәт йортонда был тарихи ваҡиға уңайынан “Рәсәй һәм Ҡырым – беҙ бергә!” тип исемләнгән мәғлүмәт сәғәте үтте. Унда саҡырылған мәктәп уҡыусылары сара барышында Ҡырым ярымутрауының мәҙәниәте һәм тарихы тураһында үҙҙәре өсөн яңы булған байтаҡ мәғлүмәт белде. Әңғәмә Ҡырым яҙмышы тураһында һөйләм менән дә байытылды. Уҡыусылар шулай уҡ “Беҙҙең гүзәл Ҡырымыбыҙ” тип исемләнгән кроссворд һәм викторина һорауҙарына яуап биреп, ярымутрау тарихы турындағы белемдәрен арттыра һәм нығыта алдылар. Әлеге сара уҡыусыларҙа үҙ дәүләтебеҙгә ҡарата хөрмәт, уның данлы тарихи үткәндәре менән ғорурланыу тойғоларын уятты, туғандаш халыҡтар араһында дуҫлыҡ һәм толерантлыҡ хистәрен тәрбиәләүгә булышлыҡ итте.
Киндеркүл мәҙәниәт йортонда ла ошо иҫтәлекле көн айҡанлы “Минең Ҡырымым – минең Рәсәйем” тип исемләнгән мәғлүмәт сәғәте һәм рәсемдәр конкурсы ойошторолдо. Сара барышында уҡыусыларға ярымутрауға бәйле тарихи мәғлүмәттәр еткерелде.

Мөһим тарихи ваҡиға уңайынан
Мөһим тарихи ваҡиға уңайынан
Мөһим тарихи ваҡиға уңайынан
Мөһим тарихи ваҡиға уңайынан
Мөһим тарихи ваҡиға уңайынан
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас: