САРМАНАЙ
+8 °С
Облачно
Новости
16 Марта 2023, 10:20

Башҡортостанда “Ҡырым яҙы” фестивале үтәсәк

18 мартта Башҡортостандың бөтә муниципалитеттарында Ҡырым һәм Севастопольдең Рәсәй менән ҡушылыуы көнөнә арналған саралар үтә. Улар барыһы ла “Ҡырым яҙы” фестивале” тигән дөйөм исем менән берләштерелә. Етәкселек уларҙы асыҡ һауала ла – майҙандарҙа, парктарҙа, скверҙарҙа, яр буйҙарында, ауыл хужалығы ярминкәләрендә, шулай уҡ музейҙар, мәҙәниәт йорттары, концерт һәм күргәҙмә залдары биналарында ла ойоштора. Сараларҙың тулы исемлеге менән түбәндә танышырға була.13-17 мартта

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда “Ҡырым яҙы” фестивале үтәсәкБашҡортостанда “Ҡырым яҙы” фестивале үтәсәк
Башҡортостанда “Ҡырым яҙы” фестивале үтәсәк

  • Өфөләге республиканың Хәрби Дан музейы “Ҡырым-1944” мәғлүмәт лекцияларын үткәрә. Лекторий барышында 1944 йылда Ҡырым ярымутрауын фашист ғәскәрҙәренән азат итеү һәм Ҡыҙыл Армияның Ҡырым һөжүм итеү операцияһында ҡатнашҡан Башҡортостан яугирҙәре тураһында һүҙ бара.
    14-17 мартта
    Өфөләге Башҡортостан Республикаһының Милли музейы мәктәп уҡыусылары өсөн “Беҙҙең яҡташтарыбыҙ – 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Ҡырымды азат итеүселәр” тип исемләнгән мәҙәни-ағартыу сараларын ойоштора. Ҡырым күгендә беҙҙең ҡурҡыу белмәҫ осоусоларыбыҙ дошман менән алыша, улар араһында – Советтар Союзының ике тапҡыр Геройы Муса Гәрәйев, Советтар Союзы Геройы Мәғүбә Сыртланова ла бар. Ҡырымда артиллериясы Тажетдин Ғиләжетдинов (ул Башҡортостанда тыуып-үҫкән Советтар Союзы Геройҙарының иң һуңғыһы булып 2012 йылдың авгусында вафат була), пулеметсылар взводы командиры Иван Бережной да дошман яуына ҡаршы алыша.
    15 мартта
    Өфөләге М.В.Нестеров исемендәге Башҡортстан художество музейында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры менән республиканың Милли симфоник оркестры артистары ҡатнашлығында “Ҡырым яҙы” вокаль һәм инструменталь музыка концерты үтте.
    17 мартта
    Өфөнөң М.В.Нестеров исемендәге Башҡортостан художество музейында 8-нсе һанлы балалар музыка мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусыларының фортепиано музыкаһы концерты була. Ул 17.00 сәғәттә башлана.
    17 мартта-17 апрелҙә
    Республиканың Хәрби Дан музейында “Севастополь – рус даны ҡалаһы” тип исемләнгән электрон күргәҙмә ойошторола. Ул “Еңеү территорияһы” халыҡ-ара проекты сиктәрендә музейҙың https://rmbs-ufa.ru/ сайтында урын ала. Күргәҙмәнең төп бүлеге 1941 йылдың 30 октябренән 1942 йылдың 4 июленә ҡаҙәр дауам иткән Севастопольде ҡаһармандарса обороналауға арнала.
    18 мартта
    *Республикала йәшәүселәр “Ҡырым” нәфис фильмын ҡарай ала. 2017 йылда төшөрөлгән был фильмдың сюжеты булған хәлдәргә нигеҙләнгән, ул Рәсәй һәм Украина офицерҙарына бағышлана. Кино фонды субсидияләүе сиктәрендә ул шәмбе көннө Баймаҡ, Бәләбәй, Белорет, Благовещен, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ишембай, Күмертау, Межгорье, Мәләүеҙ, Нефтекама, Учалы, Яңауыл ҡалаларының, Акъяр, Асҡар, Бүҙдәк, Борай, Үрге Йәркәй, Ермолаево, Йылайыр, Иглин, Инйәр, Ҡараиҙел, Ҡырмыҫҡалы, Красноусол, Кушнаренко, Мраҡ, Приютово, Раевка, Иҫке Балтас, Иске Собханғол, Стәрлебаш, Толбаҙы, Учалы, Саҡмағош, Шаран, Языково ауылдарының яңыртылған кинозалдарында күрһәтелә.
    *Өфөләге М.В.Нестеров исемендәге Башҡортостан художество музейының музыкаль ҡунаҡханәһендә “Ҡырым яҙы” республика музей акцияһы ойошторола.
    Башҡортостан Республикаһының Милли музейы килеүселәр өсөн “Башҡортостанда тыуып-үҫкәндәр: 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Ҡырымды азат итеүҙә ҡатнашыусылар” тип исемләнгән күргәҙмә әҙерләй. Шулай уҡ 1942 йылдың 8 апреленән 12 майына ҡаҙәр дауам иткән Ҡырым һөжүм итеү операцияһы ваҡиғалары, ярымутрауҙы фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнашҡан Советтар Союзы Геройҙары тураһында һәм башҡа экскурсиялар ойошторола.
    *Өфө “Нур” татар дәүләт театры фойеһында иртәнге 10 сәғәттән “Баҡсаһарай фонтаны” спектакленән, 12.00 сәғәттән “Юлда яҡтылыҡҡа эйә булып” театрлаштырылған тамашаһынан фотосюжеттар тупланған тематик күргәҙмәләр эшләй башлай. 14.00 сәғәттә тамашасылар “Нур” театры артистары башҡаруындағы Ҡырым һәм Кавказ халыҡтары йырҙары видеояҙмаларын карай ала.
    https://www.youtube.com/channel/UCMeRdtqGcURZcIAYpOjhvBQ
    https://vk.com/nurteatr , https://ok.ru/profile/572484107628 , https://t.me/teatrnur
    19 мартта
    18.00 сәғәттә Өфө “Нур” татар дәүләт театры “Ҡырым һәм Рәсәй – бер яҙмыш” әҙәби-музыкаль ҡунаҡхананаһына саҡыра.

    Мәғлүмәт һәм фото
  •  
    сығанағы: “Республика Башкортостан” гәзите сайты.
Башҡортостанда “Ҡырым яҙы” фестивале үтәсәк
Башҡортостанда “Ҡырым яҙы” фестивале үтәсәк
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас