

Башҡорт теле уҡытыусылары конкурсында иһә 61 уҡытыусы үҙ көсөн һынап ҡарарға булған. Бынан тыш, республиканың иң яҡшы мөғәллимдәре “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Йәш йыл уҡытыусыһы” конкурстарында ла билдәләнә. Быйыл улар үҙ осталыҡтарын “Дәрес”, “Оҫталыҡ сәғәте”, “Матбуғат конференцияһы” тип исемләнгән һәм башҡа һынауҙарҙы үтеп раҫлай.
24 мартта “Торатау” Конгресс-холлында үтәсәк конкурсты йомғаҡлау тантанаһында “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” һөнәри бәйгеһе һәм “СОТЫ” Икенсе педагогик марафоны финалы еңеүселәре һәм призерҙары исемдәре яңғыраясаҡ.
Был мәртәбәле бәйгеләрҙә беҙҙең Саҡмағош районы данын Тайнаш урта мәктәбенең башкорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Риф ҡыҙы Сәмиғуллина, Саҡмағош гимназияһының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфиә Әхнәф ҡызы Янгирова, Саҡмағош беренсе урта мәктәбенең информатика уҡытыусыһы Гүзәлиә Тәлғәт ҡыҙы Арыҫланова, Рәжәп урта мәктәбенең тарих һәм йәмғиәт белеме уҡытыусыһы Илсур Маҙһар улы Саматов яҡлай. Беҙ яҡташ педагогтарға ижади ынтылыштар һәм улар алдында торған һынауҙарҙы үткәндә ти