САРМАНАЙ
+13 °С
Облачно
Новости
15 Марта 2023, 09:53

Медицина ярҙамы күрһәтеүҙе камиллаштырыу өсөн

Был аҙнала Саҡмағош үҙәк дауаханаһына эш сәфәре менән республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының амбулатор медицина ярҙамын ойоштороу бүлеге етәксеһе А.Г.Танһыҡҡужина һәм министрлыҡтың амбулатор-поликлиника хеҙмәте буйынса төп штаттан тыш белгесе Р.Р.Әхмәҙуллин килде.

Добавить в предпочтительные источники Google

Улар үҙәк дауахананың баш табибы А.Ф.Латипова менән берлектә поликлиниканың бөтә бүлектәре эшсәнлеге менән танышты.
Эксперттар медицина профилактикаһы кабинетында булдылар, амбулатор-поликлиника хеҙмәте эшмәкәрлеген ойоштороуҙы тикшерҙеләр, профилактик сараларҙы арттыру һәм камиллаштырыу буйынса эшлекле кәңәштәр бирҙеләр. Улар медицина персоналының эш күләмен аҙайтыу иҫәбенә эшсәнлектең һөҙөмтәлелеген арттырыу мөмкинлеген асҡан навигация системаһын ойоштороуҙы юғары баһаланылар. Уның ярҙамында пациенттарға ҙур дауахана киңлектәрендә ориентирлашыу күпкә еңелрәк була һәм һәр кеше үҙенә кәрәкле кабинетҡа тиҙрәк барып етеү мөмкинлеген белә.
Бынан тыш, башҡала белгестәре Иҫке Бәшир ауылы фельдшер-акушерлыҡ пунктында ла булдылар. Улар бында санитар-эпидемиология режимы үтәлеүе, документация алып барыу тәртибен тикшерҙеләр. Структура подразделениеләре етәкселәре менән аралашыу барышында пациенттарҙы дауалау сифатын арттыру, диагностика барышын тиҙләтеү тураһында һүҙ барҙы.

Читайте нас