САРМАНАЙ
+11 °С
Облачно
Новости
9 Марта 2023, 06:50

Миҙалдарҙыћ барлыҡ төрҙәрен дә алдылар

Өфө ҡалаһында Советтар Союзы Геройы Николай Гастелло исемендәге спорт мәктәбендә 13-14 йәшлек малайҙар араһында грек-рим көрәше буйынса асыҡ турнир үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Миҙалдарҙыћ барлыҡ төрҙәрен дә алдыларМиҙалдарҙыћ барлыҡ төрҙәрен дә алдылар
Миҙалдарҙыћ барлыҡ төрҙәрен дә алдылар

 

Ярыштарда Өфө ҡалаһы спортсылары һәм Кушнаренко балалар спорт мәктәбе көрәшселәре ҡатнашты. Көслө үткән һәр алышта беҙҙең егеттәр, еңеүгә ынтылыш күрһәтеп, яҡшы һөҙөмтәләргә иреште.

Артем Дүсәлимов һәм Аяз Сәфәров чемпион исемен яулап, алтын миҙалға лайыҡ булдылар. Дмитрий Тарасов көмөш миҙал менән бүләкләнде. Марсель Ғәлләмов бронза миҙал  алды.

Көрәшселәребеҙҙе һәм команданыћ тренерын уңышлы сығыштары менән ҡотлайбыҙ, уларға яңынан-яңы еңеүҙәр теләйбеҙ.

Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас