САРМАНАЙ
+9 °С
Ясно
Новости
6 Марта 2023, 04:35

Яҡшы һөҙөмтәләр менән

Өфө ҡалаһында муниципаль Өфө эргщәе райондарының нәфис гимнастика буйынса асыҡ беренселеге үтте. «Гүзәл ҡыш» тип исемләнгән ярыштарҙа ҡыҙҙар яңғыҙ сығыштарҙа һәм төркөмдәрҙә баһаланды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яҡшы һөҙөмтәләр менәнЯҡшы һөҙөмтәләр менән
Яҡшы һөҙөмтәләр менән

 

Беҙҙең спорт мәктәбе данын нәфис гимнастика бүлексәһе уҡыусылары (тренер-уҡытыусы СССР спорт мастеры Любовь Шәрәфетдинова, инструктор-методист Карина Хәйфуллина) яҡланы.

Төркөмләп сығыш яһау һөҙөмтәләре буйынса ун ике-ун дүрт йәшлек ҡыҙҙарҙан торған «Алькор» һәм алты-ете йәшлек ҡыҙҙарҙың «Огонечки» командалары матур һөҙөмтәләр күрһәтте. «Алькор» командаһы спорт мастеры программаһы буйынса сығыш яһаны. 

Шәхси беренселектә Риана Нурҡаева, Алиса Хәсәнова һәм Самира Маликова көмөш миҙал яуланылар. Самира Фаризонова һәм Динара Фәйзуллина бронза миҙалға лайыҡ булдылар.

Ҡыҙҙарҙың ирешелгәндәрҙә туҡтап ҡалмауҙарын, яңы ҡаҙаныштарға ымтылыуҙарын теләйбеҙ.

 

Автор:Беҙҙең хәбәрсе.
Читайте нас