+2 °С
Облачно


Гөлназ Ханнанова исеме райондаштар өсөн яҡшы таныш. Ул район мәҙәниәт йортоноң масса-күләм саралар режиссеры. Үҙенең моңло тауышы менән күптәрҙең йөрәген яулап өлгөрҙө. Күп яҡлы талант эйәһе булған Гөлназ бер ҡасан да бер урында ғына ултыра алмай. Ул етәкләгән рус йыры халыҡ ансамбле төрлө конкрстарҙа йыш ҡатнашып призлы урындар алып тора.
Тормош иптәше менән улар Нияз исемле ул үҫтерәләр.