САРМАНАЙ
+8 °С
Облачно
Новости
25 Февраля 2023, 08:30

Күптәргә үрнәк булырлыҡ

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көненә арнап иғлан ителгән “Ҡатын-ҡыҙ – тормош йәме” фотоконкурсы дауам итә #ОбществоБашкирскихЖенщинРБ #БашҡортҠатынҠыҙҙарыЙәмғиәте #ЖенщинаМатьНации #ҠатынҠыҙМилләтӘсәһе #ПроектКульсариной #конкурс .

Добавить в предпочтительные источники Google
Күптәргә үрнәк булырлыҡКүптәргә үрнәк булырлыҡ
Күптәргә үрнәк булырлыҡ

Сираттағы ҡатнашыусыбыҙ – Саҡмағош районын йәмләп йәшәүсе гүзәл заттарыбыҙҙың береһе. Бәйгесебеҙ Рәмзиә Әлфәрит ҡыҙы Сәләхова район үҙәгенең беренсе урта мәктәбендә йәш быуынға белем биреп, уларҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә һөйөү-ихтирам тәрбиәләй. Беҙ уны район, республика кимәлендә үткәрелгән мәҙәни сараларҙа, мәктәпнең йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнашыусы йәмәғәтсе булараҡ та беләбеҙ. Саҡмағош ауыл биләмәһе хакимиәтендә яуплы вазифа башҡарған ғүмер юлдашы Илгиз Ирек улы менән ике балаға ғүмер бүләк итеп, лайыҡлы тәрбиә биреп үҫтерергә ынтыла Сәләховтар. Улдары һәм ҡыҙҙары ла үҙҙәре кеүек тырыш, яҡшы уҡыйҙар, мәктәптә үткән күп сараларҙа ҡатнашалар. Райондаштар уларҙы күптәргә үрнәк булырлыҡ күркәм ғаилә булараҡ ихтирам итә. Әйткәндәй, Рәмзиә Әлфәрит ҡыҙы Сәләхова «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» конкурсында да ҡатнаша. Беҙ уға был бәйгелә дә, йәш буындыр тәрбиәләүҙәге үтә лә мөһим эшсәнлегендә лә бары тик уңыштар ғына юлдаш булуын теләйбеҙ.

Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас