САРМАНАЙ
+9 °С
Облачно
Новости
23 Февраля 2023, 04:35

“Атайҙар патруле” – ГТО фестивалендә

Ватанды һаҡлаусылар көне алдынан Саҡмағош Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә “Атайҙар патруле” тип исемләнгән Дөйөм Рәсәй “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” физкультура-спорт комплексы фестивале үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google

Унда ғаилә командалары етеҙлектә, өлгөрлөктә көс һынашты. Ярыштарҙа спорт дуэттары – атайҙар һәм уларҙың 18 йәштән өлкәнрәк булған ҡуҫтылары ла 8 йәштән ҙурраҡ балалар менән бергә ярышты. Командалар Саҡмағош беренсе урта мәктәбе, гимназия, Аблай, Имәнлеҡул, Яңы Балтас, Рапат, Рәжәп, Иҫке Бәшир, Тайнаш, Тоҙлыҡыуыш, Йомаш урта мәктәбе командалары вәкилдәре булды. Улар ГТО комплексы нормативтарын тапшырыу буйынса ярышты. Фестивалдә 18-ҙән 29 йәшкәсә йәш категорияһында Яңы Балтас урта мәктәбе вәкилдәре булған Хәбировтар ғаиләһенә тиңләшеүсе булманы. Икенсе урынға Иҫке Бәширҙән Садиҡовтар, өсөнсөгә Рапаттан Камаловтар сыҡты. 30 йәштән 39 йәшкәсә ғаилә ағзалары араһында Аблай ауылынан Сираевтар – еңеүсе, Рапаттан Дусчановтар – икенсе, Имәнлеҡулдан Шириевтар өсөнсө урынды яуланы. 40 йәштән 49 йәшкәсә булған командалар араһында Саҡмағош гимназияһы вәкилдәре булған Ғәскәровтар – беренсе, Яңы Балтастан Хәйруллиндар – икенсе, Тайнаштан Рәфиҡовтар өсөнсе булды. 50-59 йәшлек ҡатнашыусылар араһында Тайнаштан Сәмиғуллиндар – еңеүсе, Тоҙлыҡуштан Әхъяровтар икенсе урынға сыҡтылар. Фестивалдә әүҙем ҡатнашҡан Имаметдиновтар (Рәжәп), Ғабдуллиндар (гимназия), Нәбиуллиндар (Саҡмағош беренсе урта мәктәбе), Сөнәғәтуллиндарға (Йомаш) Маҡтау грамоталары тапшырылды. Бындай фестивалдәр төрлө йәштәге ата-әсәләрҙе һәм балаларҙы берләштерергә ярҙам итеп, буш ваҡыттарын бергә үткәреүҙең мөһимлеген иҫкәртә. Иң мөһиме – һәр ғаилә агҙаларының сәләмәт булыуы, сөнки сәләмәтлек – иң ҙур еңеү.

“Атайҙар патруле” – ГТО фестивалендә
“Атайҙар патруле” – ГТО фестивалендә
“Атайҙар патруле” – ГТО фестивалендә
“Атайҙар патруле” – ГТО фестивалендә
“Атайҙар патруле” – ГТО фестивалендә
“Атайҙар патруле” – ГТО фестивалендә
Автор:Луиза Абдрахманова, Саҡмағош Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры.
Читайте нас