САРМАНАЙ
+10 °С
Дождь
Новости
21 Февраля 2023, 11:05

Владимир Путин: Рәсәй иҡтисадында алға китеш өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар

“Беҙ үҙ иҡтисадыбыҙҙы емермәйбеҙ. Беҙҙә именлекне тәьмин итер өсөн дә, илдең ышаныслы үҫешен булдырыр өсөн дә бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Иҡтисадтың түбәнәйеүе тик икенсе кварталда ғына теркәлгән ине, ә һуңынан күтәрелеш башланды. Хеҙмәт баҙары ла “ултырманы”, хатта элеккегә ҡарағанда уңайлыраҡҡа әйләнде. Пандемияға ҡәҙәр эшһеҙлек 4,7 процент күләмендә булһа, хәҙер ул 3,7 процент тәшкил итә. Был – тарихи минимум”, – тине ил Президенты Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәте барышында.

Добавить в предпочтительные источники Google
Владимир Путин: Рәсәй иҡтисадында алға китеш өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә барВладимир Путин: Рәсәй иҡтисадында алға китеш өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар
Владимир Путин: Рәсәй иҡтисадында алға китеш өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар


Уның билдәләүенсә, ил иҡтисадының структураһын үҙгәртеү талап ителә. “Эшебеҙҙең төп аҫылы ғәмәлдәге шарттарға яраҡлашыу түгел. Маҡсатыбыҙ – иҡтисадты яңы бейеклектәргә алып сығыу. Заманыбыҙ – ҡаршылыҡлар дәүере генә түгел, яңы мөмкинлектәр дәүере лә. Бөтә ведомствоара ҡаршылыҡтарҙы юҡ итәргә кәрәк. Бөтәһе лә эшсәнлек өсөн! Бөтәһе лә ахырғы һөҙөмтә өсөн! Барыһы ла ошо маҡсатҡа йүнәлтелергә тейеш. Фәнни асыштар һм технологиялар – ул еңеү, яңы асылған балалар баҡсаһы, яңы мәктәп кеүек үк еңеү. Ул – уртаҡ уңышыбыҙ”, – тине Владимир Владимирович.
Ил башлығы билдәләүенсә, Рәсәй яңы логистик коридорҙар булдырасаҡ, эске маршруттар һәм Азия илдәренә сығыштарҙы үҫтерәсәк. Дәүләт “Төнъяҡ – Көнъяҡ” халыҡ-ара коридорына, “Транссиб”, БАМ һәм Төнъяҡ диңгеҙ юлдарына айырым иғтибар бүләсәк. Киләһе йылда 85 проценттан да ким булмаған күләмдә федераль юлдар һәм яртыһынан да әҙрәк булмаған күләмдә төбәк юлдары тәртипкә килтереләсәк.
“Мәскәү-Ҡазан магистрален Иркутск ҡалаһына ҡәҙәр оҙынайтырға, ә һуңыраҡ инде Монголия һәм Ҡытай сигенә ҡәҙәр килтереп еткерергә ҡарар ителде. “Төнъяҡ – Көнъяҡ” халыҡ-ара коридорын үҫтерәсәкбеҙ, “Транссиб” менән БАМды яңыртасаҡбыҙ”, – тине В.В.Путин һәм 10 йыл дауамында дәүләттең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағына дүрт триллион һумдан артыҡ аҡса йүнәлтергә планлаштырыуы тураһында белдерҙе.
Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: “Башинформ” агентлыгы порталы.

Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас