САРМАНАЙ
+18 °С
Облачно
Новости
21 Февраля 2023, 10:20

Туған төбәк һеҙҙе көтә

“Түңәрәк өҫтәл”

Добавить в предпочтительные источники Google
Туған төбәк һеҙҙе көтәТуған төбәк һеҙҙе көтә
Туған төбәк һеҙҙе көтә

Советтар Союзы Геройы Валентин Паширов исемендәге 1-се Кушнаренко урта мәктәбенең тамаша залында район етәкселәре һәм студенттар ҡатнашлығында “түңәрәк өҫтәл” үтте. Уны район мәғариф бүлеге начальнигы Рәмилә Ибәкова алып барҙы. “Түнәрәк өҫтәл”дә муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Марат Әхмәҙуллин, хакимиәт башлығының иҡтисад, инвестициялар һәм эшҡыуарлыҡ эшсәнлеге буйынса урынбаҫары Марат Латипов, ауыл хужалығы бүлегенең баш агрономы Әнеүәр Лотфуллин, район дауаханаһының баш табибы Илдар Баҡаев, хакимиәттең социаль-торлаҡ программаларҙы ғәмәлгә ашырыу һәм ер мәсьәләләре буйынса баш белгесе Ләйсән Нәшербанова һәм башҡалар ҡатнашты. Улар йәш кушнаренколарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Рәмилә Әнеүәр ҡыҙы йыйылыусыларҙы әңгәмәнең төп темаһы менән таныштырҙы, ҡыҫҡаса ғына һорауҙар тематикаһына туҡталды. Әңгәмә ихлас, тиң шарттарҙа барҙы. Егеттәр һәм ҡыҙҙар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған мәсьәләләр буйынса күп һорауҙар бирҙе. Сығыш яһаусылар ниндәй тармаҡҡа ниндәй белгестәр кәрәклеге, районға ҡайтып эшкә урынлашҡан осраҡта улар өсөн ниндәй ярҙам саралары, социаль программалар ҡаралыуы тураһында һөйләнеләр. Барлыҡ өлкәләргә йәш кадрҙар талап ителә. Улар – табип, уҡытыусы, музыкант, агроном, инженер һәм башҡалар. Егеттәр һәм ҡыҙҙар дөрөҫ фекергә килерҙәр һәм уҡыу йорттарын тамамлағандан һун кесе Ватандарына ҡайтырҙар, тип ышанабыҙ. Район етәкселәре уларға туған төбәктәрендә эшләү уңайлы һәм ҡыҙыҡлы булһын өсөн барлыҡ шарттарҙы тыуҙырасаҡ

Автор:Ф. Хаҡова.
Читайте нас