САРМАНАЙ
+1 °С
Облачно
Новости
20 Февраля 2023, 05:20

Берҙәм ҡушылдылар

Горький ауыл биләмәһенең Иҫке Ғүмәр ауылында йәшәүселәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һуғышсыларға ярҙам күрһәтеү буйынса «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!» акцияһына актив ҡушылдылар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Берҙәм ҡушылдыларБерҙәм ҡушылдылар
Берҙәм ҡушылдылар

 

Кистәрен ҡатын-ҡыҙҙар  йөн тетеп, яҙып, бәйләм бәйләр өсөн еп йомғаҡтары алып, клубҡа кис ултырырға йыйылдылар. Улар һалдаттар өсөң йылы бирсәткә һәм ойоҡбаштар бәйләне.

–Егеттәребеҙ ғаиләләренә сәләмәт һәм иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын. Беҙ бәйләгән әйберҙәр уларҙы һалҡын окоптарҙа йылытһын, – тип теләк теләй өмәлә ҡатнашыусылар.

Ҡыҫҡа ғына ваҡытта 25 мең һумдан күберәк аҡса йыйылды. Уға оҙаҡ ваҡыт һаҡланыусы аҙыҡ-түлек һатып алынды. Туҡмас ҡырҡып килтереүселәр ҙә булды.

Ғүмәрҙҙе изге эштәр һәм изге теләктәр берләштерә.

–Һуғышсыларыбыҙ беҙҙең ярҙамды һәр ваҡыт тойоп торһондар. Уларҙың еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын көтәбеҙ, – ти ауыл кешеләре.

Берҙәм ҡушылдылар
Берҙәм ҡушылдылар
Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас