САРМАНАЙ
-2 °С
Ясно
Новости
18 Февраля 2023, 15:00

Һөнәри йүнәлеш

Журналистар янында ҡунаҡта

Добавить в предпочтительные источники Google
Һөнәри йүнәлешҺөнәри йүнәлеш
Һөнәри йүнәлеш

Уҡыусылар – ҡыҙыҡһыныусан халыҡ. Кушнаренко гимназияһының 6 «а» синыф уҡыусылары «Йәш журналистар» түңәрәге етәксеһе Зөмәрә Макарова менән бергә экскурсияға килгәс, район гәзите хеҙмәткәрҙәре бының шулай булыуына тағын бер тапҡыр ышанды. Малайҙар һәм ҡыҙҙар гәзитте басырга әҙерләү барышы, баҫма продукция сығарыу өсөн кәрәкле яңы һөнәрҙәр менән танышты. Был көндө редакция бинаһы яңғырауыҡлы балалар тауыштарына күмелде. Улар «Йәш журналистар» түнәрәге етәксеһе Зөмәрә Макарова етәкселегендә экскурсияға килгән уҡыусылар ине. Эштәре тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, редакция хеҙмәткәрҙәре гимназистарҙың гәзит сығарыу барышы менән ҡыҙыҡһыныуҙарына шатландылар һәм уларҙы үҙ эштәре менән яҡынданыраҡ таныштырыу өсөн ваҡыт таптылар. Гәзиттең баш мөхәррире Фәнғиә Биҙәүи ҡыҙы Низаева балаларҙы йылы ҡаршыланы. Экскурсияны башлар алдынан йәш журналистарға айырым мәҡәлә, гәзит бите, тулы баҫманың нисек дөнъяға килеүе тураһында һөйләне, бөгөнгө гәзиттәрҙе һәм иҫке тупланмаларҙы күрһәтте. Редакция архивында ғына түгел, уның төпләнмәләре шулай ук республиканың милли китапханаһында һәм Мәскәү ҡалаһы китапханаһы фондында ла һаҡлана икән. Малайҙар һәм ҡыҙҙар илле-алтмыш йыл элек баҫылған, инде һарғайған гәзит тупланмаларын ҡыҙыҡһынып аҡтарҙылар. Баш мөхәррир урынбаҫары Илдар Хафизов уҡыусыларҙы редакция бүлектәре буйлап йөрөттө, сираттағы һанды әҙерләү барышы менән таныштырҙы. Тәжрибәле тәржемәсе Әлфиә Рузалим ҡыҙы Арыҫланова рус телендә яҙылған мәҡәләләрҙе татарсаға әйләндереп кенә ҡалмай, үҙе лә хикәйәләр һәм мәҡәләләр яҙа. Журналистар ауыл хужалығы һәм хаттар бүлектәре хәбәрселәре Альберт Нил улы Вәлиев, Айгөл Рәмил ҡыҙы Вәлиева, бүлек мөдире Гөлнара Сабих ҡыҙы Солтанова менән таныштылар. Улар ҡыҙыҡлы материалдар эҙләйҙәр, хеҙмәт алдынғыларына, иҫтәлекле ваҡиғаларға, төрлө сараларға бағышланған мәҡәлә һәм очерктар яҙалар. Гәзит нәҡ хәбәрселәр эшенән башлана. Журналист булыу өсөн юғары белемле булырға, рус һәм татар телдәрен яҡшы белергә, кешеләр менән енел аралашырға, йыйған мәғлүмәтте дөрөҫ һәм анлайышлы итеп яҙырға кәрәк. Реклама бүлеген Илгизә Илфат ҡыҙы Вәлиева етәкләй. Уның өҫтәлендә ҡотлауҙар тупланған күп китаптар ята. Кушнаренко, Саҡмағош һәм Дүртөйлө райондарының төрлө ауылдарында йәшәүселәр ҡәрҙәштәрен һәм яҡындарын ҡотлау, һатыу-һатып алыу тураһында белдереүҙәр биреү өсөн нәҡ уның янына киләләр. Редакцияның яуаплы секретары Эльза Раил ҡыҙы Тупиева, компьютерҙа версткалау операторҙары Неля Рауил ҡыҙы Рәхимова һәм Тәнзилә Фазылйән ҡыҙы Төхбәтуллина йәш ҡунаҡтарға мәғлүмәт алыу, уны тикшереү, төҙәтеүҙән алып, мәҡәлә һәм фоторәсемдәрҙе гәзит битендә урынлаштырыу, ҡаралама биттәрҙе уҡып, хаталарын бөтөрөүгә ҡәҙәр гәзитте нисек сығарыуҙы күрһәттеләр. Гәзит редакция компьютерҙарында тулыһынса әҙер булғас, баҫтырыу өсөн Интернет аша Нефтекама ҡалаһы типографияһына ебәрелә. Унан инде почта машинаһында Өфөнө урап, Кушнаренкоға ҡайта. Балалар шулай уҡ гәзит биттәрендә урын алған яҙма һәм фоторәсемдәрҙең редакция сайтына ҡуйылыуын да белделәр. Экскурсия барышында уҡыусылар бухгалтерияға ла инделәр. Баш бухгалтер Фәйрүзә Мәсғүт ҡыҙы Басирова барлыҡ финанс эшсәнлеген алып бара, коллектив ағзаларына хеҙмәт хаҡы иҫәпләй. Малайлар һәм ҡыҙҙарҙан уларҙың ғаиләләрендә район гәзитен алдырыуҙары һәм ҡыҙыҡһынып уҡыуҙары тураһында ишетеү редакция хеҙмәткәрҙәренә бик күңелле булды. Экскурсия тамамлағандан һун йәш журналистар мауыҡтырғыс, яңы асыштарға тулы осрашыу ойошторғандары, һөнәри эшсәнлектәре тураһында тулы мәғлүмәт биргәндәре өсөн редакция хеҙмәткәрҙәренә ихлас рәхмәт белдерҙеләр. Ағымдағы йылдың 20 мартында район гәзитенен беренсе һаны сыҡҡанға туҡһан бер йыл тула. Гимназия уҡытыусылары һәм уҡыусылары редакция коллективын баҫманың тыуған көнө менән тәбрикләйҙәр, ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, эштәрендә уңыштар теләйҙәр.

Автор:Зөмәрә МАКАРОВА, гимназия уҡытыусыһы, «Йәш журналистар» түңәрәге етәксеһе.
Читайте нас