

Ҡәҙер урта мәктәбендә ауыл хужалығы тармағында оҙаҡ йылдар эшләгән, ауыл тормошонан башҡа үҙҙәрен күҙ алдына ла килтерә алмаған кешеләр менән осрашыу үтте. Әйтергә кәрәк, илебеҙҙә барған төрлө сәйәси үҙгәрештәр, ауырлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, тыуған ауылыбыҙҙағы хужалыҡ таралманы: баҫыусылыҡ һәм малсылыҡ тармаҡтары уңышлы эшләй. Бөгөнгө көндә ауылыбыҙҙа урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, магазин һәм мәсет бар. 1994 йылдан алып 2020 йылға тиклем М.Горький ис. кооператив рәйесе вазифаһын Иршат Ғилфанов үтәне. 90-сы – илдә сәйәси һәм иҡтисади ышанысһыҙлыҡ, билдәһеҙлек йылдарЫ, иң мөһиме – кешеләрҙә ышаныс бөткән ваҡыт. Бына шул ваҡытта Иршат Рауил улы халыҡты туплап, хужалыҡта эште үҙ юғарылығында ойоштороп ебәрә. Ҡылған ғәмәлдәре менән үҙенән бик күп йәшкә булған өлкән ағай-апайҙарҙа, сорҙаштарында, йәштәрҙә өмөт сатҡыһы уята ул. Өҫтәүенә М.Горький ис. кооперативты алдынғы хужалыҡтар рәтенә сығара. Ауылыбыҙҙың тирә-яғын әйләндереп алған баҫыуҙарҙа туҡ башаҡлы ашлыҡ культураларының сайҡалып үҫеп ултырыуы, йәшел хәтфә кеүек теҙелеп шытып сыҡҡан ужымдары ауыл кешеләрендә генә түгел, ә ситтән ҡайтҡан ҡунаҡтарҙа ла ғорурланыу хистәре уятты. И.Ғилфанов 26 йыл ғүмерен әлеге хужалыҡҡа бағышланы, уның тырыш хеҙмәте тейешенсә баһаланды: "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре", "Рәсәй агросәнәғәт комплексының почетлы хеҙмәткәре" тигән юғары исемдәрҙе йөрөтә. Уның менән бергә эшләгән йылдарҙы кооператив хеҙмәтсәндәре һәм ауыл халҡы олы хөрмәт, рәхмәт хистәре менән иҫкә ала. Осрашыуҙа Иршат Рауил улы хужалыҡта эшләгән йылдарын иҫенә төшөрҙө, уҡыусыларға аҡыллы кәңәштәрен бирҙе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Флүр Нәбиев бик күп йылдар агроном булып тир түгә. Уға кооперативтың һәр баҫыуы, һәр мөйөшө яҡын... Эшләү дәүерендә күпме йоҡоһоҙ төндәр, мәшәҡәтле көндәр үткән. Сөнки һауа торошо һин тигәнсә генә булмай. Ә ваҡытында сәсергә, ваҡытында йыйып алырға кәрәк. Тынғыһыҙ көндәрен төнгә ялғап, нисәмә нисә йылдар хужалыҡтың иген запастарын тулыландырыуҙа, малдарға ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ запасы әҙерләүҙә уның өлөшө баһалап бөтөргөһөҙ. Бөгөнгө көндә лә Флүр Мирзанур улы әүҙем тормош менән йәшәй, яңылыҡҡа ынтыла. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, күпләп умарта тота. Балаларға үҙенең шөғөлө тураһында һөйләне, серҙәре менән уртаҡлашты. Балдың кеше организмына айырыуса файҙалы икәнен аҫһыҙыҡланы. Оҙаҡ йылдар халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып тороусы Рәйес Габбасов та үҙенең хеҙмәт йылдарына туҡталды. Әйтергә кәрәк, ул хужалыҡта мал ҡараусы булып эш башлай, артабан ферма мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. 2006 йылда Ҡәҙер ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы итеп һайлайҙар. Әлеге вазифаны 13 йыл башҡарып, ауылдаштары өсөн бик күп изгелекле ғәмәлдәр ҡылды ул. Һәр ваҡыт олоно – оло, кесене кесе итә белде. Асыҡ йөҙлө, киң күңелле Рәйес Ғата улын бөгөнгө көндә лә ауылдаштары хөрмәт итә. Хужалыҡ өсөн янып-көйөп йөрөүсе ветеран һаман да хеҙмәт сафында – Ҡәҙер һөтсөлөк фермаһында хисапсы. “Балалар, хеҙмәтте яратығыҙ, эш менән мәшғүл кешенең насарлыҡ ҡылырға ваҡыты ҡалмай ул. Ҡайҙа ғына эшләһәгеҙ ҙә, тырыш булығыҙ", – тине ул үҙ сығышында. Бөгөнгө көндә М.Горький ис. кооперативты Мансур Әхмәтов етәкләй. Ул хужалыҡтың уңыштары тураһында, бәян итте. Шул уҡ ваҡытта бында эшләргә хеҙмәтсәндәрҙең етешмәүе, аҙая барыуы борсолоу тыуҙыра тип билдәләне. Юҡһа ауылда йәшәү өсөн барлыҡ уңайлы шарттар ҙа бар. Шулай уҡ Мансур Хәмит улы үҙ сығышында синыф класс уҡыусыларына Үрге Йәркәйҙәге Башҡортостан аграр-технология колледжы, Башҡортостан дәүләт аграр университеты тураһында һөйләне. Балаларҙы ауыл хужалығы белгеслегенә уҡырға һәм кооперативҡа эшкә ҡайтырға өндәне.