САРМАНАЙ
+9 °С
Облачно
Новости
10 Февраля 2023, 09:45

Флешмобҡа һеҙ ҙә ҡушылығыҙ!

Иғтибар: “Сарманай” гәзите сайты уҡыусылары өсөн флешмоб иғлан итәбеҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Флешмобҡа һеҙ ҙә ҡушылығыҙ!Флешмобҡа һеҙ ҙә ҡушылығыҙ!
Флешмобҡа һеҙ ҙә ҡушылығыҙ!

 Ватанны һаҡлаусылар көнө алдынан төрлө йылдарҙа хәрби хеҙмәттә булып, илебеҙ тыныслығы һағында торған һәм әлеге ваҡытта хеҙмәт итеүсе яҡын кешеләрегеҙҙең хәрби формалағы фотоларын беҙгә, “Бәйләнештә” (“ВКонтакте”) селтәрендәге сайттың хәбәрҙәр (мессенджер) бүлегенә уларҙың исем-шәрифтәрен, йәшәгән район-ауылын да яҙып ебәреп, байрам менән ҡотлай алаһығыҙ. Флешмобҡа әүҙем ҡушылыуығыҙҙы көтөп ҡалабыҙ!
Был фотоһүрәттәр #Ватанһаҡсыларынҡотлайбыҙ хештегы менән байрам үткәнсе урынлаштырыла барасаҡ. 

Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас