

Йыл башынан республикала үлем менән тамамланған янғындар һаны артыуы күҙәтелә. Уларҙың төп сәбәбе – ут-ялҡын менән һаҡ эш итмәү һәм электр үткәргестәрҙең төҙөк булмауы.
Ҡышҡы һалҡын көндәрҙә йорттарҙа ҡараусыһыҙ тоҡандырып ҡалдырылған электр приборҙары, айырыуса йылытҡыстар, утюгтар, телевизор һәм телефондар зарядка йыйыусы йыһазҙар төп хәүеф сығанағы булып тора. Фажиға булмаһын өсөн уларҙың розеткаларҙан айырылған булуын ҡат-ҡат тикшереү һис тә зыянға булмаҫ. Шулай уҡ тәмәке тартыусыларға ла айырыуса иғтибарлы булыу кәрәк. Асыҡ ялҡын сығанаҡтарын күҙ уңынан ысҡындырмау, шырпы-ҡабыҙғыстарҙы (зажигалкаларҙы) балалар ҡулы үрелеп етә алмаған урында һаҡлау да ҙур бәләнән ҡотҡарып ҡалырға ярҙам итер.
Йортта янғын хәүефе тураһында иҫкәртеүсе йыһаз (дымовой извещатель) урынлаштырыу ла ғаиләне, өй-фатирҙы уттан һаҡлап ҡалыуҙың иң һөҙөмтәле ыҫулы. Ул милекте лә, сәләмәтлекте лә һәм иң мөһиме – ғүмерҙәрҙе лә һаҡлауға булышлыҡ итә.
Ут-ялҡын тоҡанып ҡитеүҙе күреү-аңлау менән шул уҡ миҙгелдә “112” телефоны һандарын йыйып, тейешле хеҙмәттәргә хәбәр итеүегеҙ һорала.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: муниципаль Саҡмағош район хакимиәтенең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сайты.