САРМАНАЙ
+1 °С
Облачно
Новости
7 Февраля 2023, 05:35

Улар – районыбыҙ киләсәге

Үткән шәмбелә Саҡмағош мәҙәнәниәт йортоноң “Затлы” кафеһында Йәштәр эштәре, физик культура һәм спорт буйынса комитеты яҡташ студенттарҙың район хакимиәте етәкселеге менән осрашыуын ойошторҙо. Муниципаль район хакимиәте башлығы Реканс Фәнил улы Ямалеев талиптар менән әңғәмәләшеп, ерлегебеҙҙең социаль-иҡтисади күрһәткестәре, киләсәккә билдәләнгән пландар менән таныштырҙы һәм йәштәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Улар – районыбыҙ киләсәгеУлар – районыбыҙ киләсәге
Улар – районыбыҙ киләсәге


Осрашыу барышында студенттар өсөн “Йәштәр – яңы фекерҙәр генераторы” дип исемләнгән стратегик сессия үткәрелде. Уның дауамында егеттәр-ҡыҙҙар төркөмдәрҙә эшләп социаль яҡтан әһәмиәтле проблемаларҙы тикшерҙе. Йәш райондаштарыбыҙ уларҙы хәл итеү ыҫулдарын спорт, мәҙәниәт, йәштәр инициативаһы һәм ялы, волонтерлыҡ йүнәлештәре буйынса проекттар форматында тәҡдим итте. Егеттәребез һәм ҡыҙҙарыбыҙ әүҙем рәүештә яңы фекерҙәр тәҡдим итте, һорауҙар бирҙе, райондың ҡаҙаныштары һәм перспективалары тураһында һүҙ алып барҙы.
Улар өсөн мәҙәниәт йорто фойеһында төрлө йүнәлештәге оҫталыҡ сәғәттәре лә ойошторолдо. Уның сиктәрендә Өфө урман хужалығы техникумын тамамлаған Алһыу Черникованың еләк-емештән гөлләмәләр эшләргә өйрәтте. Өфө дәүләт икътисад һәм сервис академияһын тамамлаған Гүзәлиә Наил ҡыҙы Ғәлиева уҡыусылары менән булдырған кеймдәр коллекцияһы менән таныштырҙы, никах яулығын матур итеп бәйләргә өйрәтте. Рубик шаҡмағын йыйыу оҫталығы менән уртаҡлашҡан Башҡортостан архитектура-төҙөлөш колледжы студенты Айнур Ғүмәров эргәһенән дә кеше өҙелмәне, барыһы ла уның һөйләгәндәрен ҡыҙыҡһынып тыңланы. Мәҙәниәт йортоноң тамаша залында райондашыбыҙ, психолог Илшат Аҡсурин үткәргән “Һөҙөмтәле коммуникаторҙың 7 принцибы” дип исемләнгән оҫталыҡ сәғәте сарала ҡатнашыусыларҙың бөтәһе өсөн дә фәһемле булды.
Кафела әҙерләнгән сәй табыны артында ла йылы әңғәмәләр дауам итте. Киске сәғәттәрҙә иһә студенттар өсөн “Саҡмағош-Арена” һырғалағында боҙҙағы дискотека үткәрелде.

Улар – районыбыҙ киләсәге
Улар – районыбыҙ киләсәге
Улар – районыбыҙ киләсәге
Улар – районыбыҙ киләсәге
Улар – районыбыҙ киләсәге
Улар – районыбыҙ киләсәге
Улар – районыбыҙ киләсәге
Улар – районыбыҙ киләсәге
Улар – районыбыҙ киләсәге
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас