САРМАНАЙ
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2023, 12:15

Туған яҡтан сәләм еткерһен

әсәйҙә «Һалдатҡа хат» акцияһы старт алды. Әлеге сараға илдең бөтә төбәктәре лә әүҙем ҡушылды. Был акциянын аҫылы нимәлә һуң? Уның маҡсаты, төп мәғнәһе – хаттарҙа. Ләкин улар ябай хаттар түгел, ә әлеге ваҡытта Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашып, неонацистар менән алышҡан яҡташтарға туған яҡтың сәләме, теләктәшлек белдереүе һәм уларның еңеү менән иҫән-имен ҡайтыуҙарын ҙарығып көтөү хәбәре.

Туған яҡтан сәләм еткерһен
Туған яҡтан сәләм еткерһен

Р
Саҡмағош беренсе урта мәктәбенең 9 б класы егеттәре һәм ҡыҙҙары уҡытыусылар И.Р. Ғиләжева, Р.Ә. Сәләхова, Л.Г. Вәселева етәкселегендә ошо акцияға берҙәм ҡушылып, һалдаттарға хат яҙҙылар. Хаттың кемгә юлланғаны мөһим тугел. Шулай уҡ яугирҙең дә хат яҙыусыны белеүе әһәмиәтле түгел. Эш башҡала. Хәрби операция – бик яуплы, ауыр бурыс, унда ҡатнашҡан һалдаттарҙың ғүмере һәр миҙгелдә ҡыл өҫтөндә, йәшәү менән үлем араһында ҡалырға мөмкин. Һуғыш туҡтап торған арала туған яҡтан ҡош телеләй сәләм хаты алыу – улар өсөн ҙур һөйөнөс. Йылы һүҙҙәр көс өҫтәй, еңеүгә рухландыра. Сөнки ул хаттар бит туған яҡтан, тыныс тормоштан килгән, тимәк, хат бик тә ҡәҙерле.
Уҡыусылар һалдаттарға яҙған хаттарында туған яҡ сәләмдәрен еткерҙеләр. Уларҙың исән-һау, еңеү менән туған еребеҙгә, ғаиләләренә, ҡаҙерле әсәләре, ғазиз балалары янына тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуҙарын теләнеләр һәм яҡташ яугирҙәребеҙ менән ғорурланыуҙарын да яҙып, уларға батырлыҡтары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр.

Туған яҡтан сәләм еткерһен
Туған яҡтан сәләм еткерһен
Туған яҡтан сәләм еткерһен
Туған яҡтан сәләм еткерһен
Туған яҡтан сәләм еткерһен
Туған яҡтан сәләм еткерһен
Туған яҡтан сәләм еткерһен
Автор:
Читайте нас: