САРМАНАЙ
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Февраль 2023, 16:25

Был тарих бөгөн йәшәүселәр өсөн мөһим

Календарҙа илебеҙҙең тарихи йылъяҙмаһына мәңгелеккә уйылып яҙылған даталар һәм ваҡиғалар бар. Уларҙың береһе – Сталинград ҡалаһы өсөн барған алышта немец-фашист ғәскәрҙәренең тар-мар ителеүе. Билдәле булуынса, бөгөн ошо бөйөк алыштың тамамланыуына 80 йыл тулды.

Был тарих бөгөн йәшәүселәр өсөн мөһим
Был тарих бөгөн йәшәүселәр өсөн мөһим


Был онотолмаҫ тарихи көнгә арнап Саҡмағош районының Иҫке Ҡалмаш урта мәктәбендә “Герой булырға” тип исемләнгән күргәҙмә әҙерләнде. 3-нсе синыфтың класс етәксеһе Д.З.Мөхәмәҙиева мәктәп директорының тәрбиә эшсәнлеге буйынса кәңәшсеһе П.Р.Макулова менән берлектә балаларға 200 көн дауамында Сталинград ҡалаһында барған ошо тиңе булмаған алыш, унда ҡатнашҡан ватандаштарыбыҙҙың ныҡлығы, батырлығы һәм ҡаһарманлығы тураһында һөйләне. Уҡыусыларға ул көндәрҙә Сталинградты яҡлаусыларҙың, Һәләк булған көрәшселәр майҙаны һүрәтләнгән һуғыш йылдарындағы фотоһүрәттәре лә күрһәтелде. Бынан тыш, Волгоград ҡалаһында йәшәүселәр өсөн айырыуса истәлекле булған һәм “Рәсәйҙең иң мөһим үре” тигән исем менән дә билдәле булған Мамай курғаны тураһында ла яңы мәғлүмәттәр үҙләштерҙеләр. Артабан малайҙар һәм ҡыҙҙар үҙҙәре яһаған һүрәттәрҙә, коллаждарҙа Бөйөк Ватан һуғышының һыналышлы ваҡыйғаһы булған ошо тиңдәшһеҙ алыштың бөйөклөгөн һәм мөһимлеген тасуирларға ынтылды.
Үҙ иленең тарихын белмәгәндең киләсәге юҡ, тип әйтәләр. Был һүҙҙәр бөгөн айырыуса көнүҙәк булып яңғырай. Йәш ватандаштарыбыҙҙың илебеҙҙең, уның халҡының шундай ҙур һынауҙар аша үтеп тә, дошмандарҙы ҡыйрата алыуын, бөйөк Еңеү яулауын белеп үҫеүе, был хәрби дан менән ғорурланыуы тарихи дөрөҫлөктө, ысынбарлыҡты быуындар аша ла һаҡлап ҡалырға ярҙам итүенә һис бер шик юҡ.
Мәғлүмәт һәм фотолар Иҫке Ҡалмаш урта мәктәбенең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһенән алынды.

Был тарих бөгөн йәшәүселәр өсөн мөһим
Был тарих бөгөн йәшәүселәр өсөн мөһим
Был тарих бөгөн йәшәүселәр өсөн мөһим
Был тарих бөгөн йәшәүселәр өсөн мөһим
Был тарих бөгөн йәшәүселәр өсөн мөһим
Был тарих бөгөн йәшәүселәр өсөн мөһим
Был тарих бөгөн йәшәүселәр өсөн мөһим
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас: