САРМАНАЙ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Февраль 2023, 10:35

Бөйөк Ватан һуғышының иң бөйөк алышына арнап

Бөгөн, 2 февралдә, илебеҙ сираттағы хәрби дан көнөн билдәләй. 1943 йылдың тап ошо көнөндә совет ғәскәрҙәре Сталинград алышында немец-фашист илбаҫарҙарын ҡыйрата.

Бөйөк Ватан һуғышының иң бөйөк алышына арнап
Бөйөк Ватан һуғышының иң бөйөк алышына арнап


1942 йылдың июль уртаһында вермахт көстәре Дон йылғаһының аҫҡы ағымы эргәһенә барып етә. Ошо урында оҙон-оҙаҡ 200 көн буйына дауам иткән бөйөк Сталинград алышы башлана. Ул 100 мең квадрат километрҙы иңләгән майҙанда бара. 1942 йылдың йәйендә был ҡанҡойошта ике яҡтан 2 милиондан ашыу кеше ҡатнаша. 19 ноябрҙә ҡала эргәһендә башланған контрһөжүмдә генерал-лейтенант Н.Ф.Ватутин етәкселегендәге Көньяҡ-Көнбайыш, генерал-полковник А.И.Еременко ҡул аҫтындағы Сталинград һәм генерал-лейтенант К.К.Рокоссовский командалығындағы Дон фронттары ғәскәрҙәре дошманды тар-мар итә. 1943 йылдың 31-нсе ғинуарында Сталинград үҙәгендәге емерелгән универмаг подвалында фельдмаршал Паулюс штабы менән бергә тотҡонлоҡҡа алына. 2 февраль көнөндә Бөйөк Ватан һуғышының иң бөйөк алыштарының береһе булған Сталинград һуғышы совет ғәскәрҙәренең еңеүе менән тамамлана.
Ошо ҙур тарихи датаға арнап, уны билдәләр алдынан Саҡмағош районының Юғары Аташ ауылы китапханаһында “Сталинград алышы: ҡаһарманлыҡ һәм дандың 200 көнө” тип исемләнгән китап күргәҙмәһе булдырылды. Унда совет ғәскәрҙәренең ҡаһарманлығын тасуирлаған китаптар урын алды. Һәр теләге булған кеше китапханаға килеп, ундағы күргәҙмәгә урынлаштырылған китаптар менән таныша ала.
Рива Исаева,
китапханасы.

Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас: