САРМАНАЙ
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Февраль 2023, 16:05

Туған яҡтан сәләм еткерһен

Саҡмағош районының Митрәй-Әйүп ауыл мәҙәниәт йортонда эшләп килеүсе “Йәш йөрәктәр” фольклор коллективы ағзалары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр өсөн йорт тоҡмасы ҡырҡыу акцияһын ойошторҙо. Коллектив моңһөйәрҙәре 55 йомыртҡанан ҡамыр баҫып, тоҡмас һәм бишбармаҡ ҡырҡтылар.

Туған яҡтан сәләм еткерһен
Туған яҡтан сәләм еткерһен


Ошо изге эште башлар алдынан Роза апай хәрби егеттәрҙең тиҙ арала хәйерле еңеүҙәр яулап, туған яҡтарға иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне һәм доға-айәттәр уҡыны. Ҡырҡылған тоҡмас һәм бишмармаҡ кипкәс, уны контейнерҙарға бүленеп, район үҙәгендәге волонтерҙар штабына илтеп тапшырҙылар. Быға өстәп, һалдаттарға көндәлек тормошта кәрәк булған башҡа әйберҙәр ҙә, туған яҡ ҡырҙарында үҫкән һәм йәй айҙарында йыйып киптерелгән шифалы үләндәр ҙә контейнерларға һалынып хәҫтәрләнде.
Өлкән апайҙарҙың күңел йылыһы ла ҡушылған ошо риҙыҡтар һалдаттарыбыҙға туған йорттоң йылы хәбәрҙәрен дә еткерһен, дошманға ҡаршы көрәшергә көс өҫтәһен, уларға мөмкин ҡәҙәр тиҙрәк еңеү яулап, ғаиләләре, туғандары-яҡындары янына иҫән-имен ҡайтып етергә яҙһын тип теләйбеҙ.

Туған яҡтан сәләм еткерһен
Туған яҡтан сәләм еткерһен
Туған яҡтан сәләм еткерһен
Автор:Резида Ниғманова, Митрәй-Әйүп мәҙәниәт йорто етәксеһе.
Читайте нас: