САРМАНАЙ
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Февраль 2023, 16:13

Бәйгелә еңеү яулап

Илебеҙҙә иғлан ителгән Уҡытыусы һәм остаз йылында Саҡмағош районында республика кимәлендәге «Йыл уҡытыусыһы-2023» һөнәри конкурсының муниципаль этабы үтте

Бәйгелә еңеү яулап
Бәйгелә еңеү яулап

. Район мәктәптәрендә уҡыусыларға төрлө фәндәр буйынса белем һәм тәрбиә биргән ун педагог үҙпрезентация, асыҡ дәрестәр, оҫталыҡ сәғәттәре, конференция кеүек һынауҙарҙы үтеп, юғары һөнәри оҫталыҡтарын дәлилләнеләр. Бәйгеселәрҙең һәр ҡайһы методик яҡтан ныҡлы әҙерлекле, сәләтле булуы менән айырылып тора һәм үҙенсәлекле эш алымдарын ҡулланып хеҙмәт һала. Жюри ағзаларына улар араһында иң-иңдәрен һайлап алыу еңел булманы.
Бөтә һынауҙарҙаң һун ирешелгән һөҙөмтәләр буйынса Саҡмағош беренсе урта мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Динара Рабис ҡыҙы Хәбибуллина конкурстың муниципаль этабы еңеүсеһе тип иғлан ителде. Саҡмағош беренсе урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Юлиә Рамил ҡыҙы Сәйетова «Рус теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы-2023» лайыҡлы исемен яуланы. Рапат урта мәктәбенең биология уҡытыусыһы Регина Наил ҡыҙы Исламова «2023 йылдың йәш уҡытыусыһы» исеменә лайыҡ булды. Тәбрикләү тантанаһында еңеүселәргә һәм бәйгенең призерҙарына, төрлө номинацияларҙа еңеү яулаған педагогтарға бүләктәр тапшырылды.

Бәйгелә еңеү яулап
Бәйгелә еңеү яулап
Бәйгелә еңеү яулап
Бәйгелә еңеү яулап
Бәйгелә еңеү яулап
Бәйгелә еңеү яулап
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас: