

Бәйгенең тәүге этабы дистанцион форматта үтте. Уның барышында конкурсанттар дәрестәрҙә һәм дәрестән тыш эшсәнлектә үҙҙәре ҡулланған методикаларҙы күргәҙмә материалдар, презентациялар менән байытып тәҡдим итте. 24-25 ғинуарҙа “Дәрес” тип исемләнгән беренсе ғәмәли тур үтте. Уның барышында бәйгелә ҡатнашыусы уҡытыусылар презентацияларҙағы ысул һәм приемдарҙы ғәмәлдә ҡулланып дәрестәр үткәрҙе.
Икенсе , “Мастер-класс” ғамәли туры 30 ғинуарҙа үтәсәк. Унда һынау тотоусы педагогтар оҫталыҡ сәғәттәре форматында һөнәри хеҙмәттәшлек ситуацияһында тәжрибәләре менән уртаҡлашыр тип көтөлә.
“Уҡытыусы-лидер” тип исемләнгән өсөнсө ғамәли тур сиктәрендә бәйгесе педагогтарҙы “Йыл уҡытыусыһына һорау” матбуғат конференцияһы” һынауы көтә.
Өсөнсө ғәмәли тур тамамланғандан һуң һәр конкурсанттың йыйылған балдары исәпләнеп, бәйгегә йомғаҡ яһала һәм “Йыл уҡытыусыһы-2023”, “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2023”, “Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2023” менән “Йылдың йәш уҡытыусыһы-2023” конкурстары буйынса 1 еңеүсе, 2 призер билдәләнә.