САРМАНАЙ
+1 °С
Снег
Новости
26 Января 2023, 10:50

Хәтер киләсәк һағында тора

27 ғинуарҙа совет ғәскәрҙәре тарафынан Освенцим-Биркенау нацист концентрацион лагерын азат итеү көнө билдәләнә. 2005 йылдың ноябрь айында Берләшкән Милләтләр Ойошмаһы был көндө рәсми рәүештә Халыҡ-ара Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу көнө тип иғлан итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Хәтер киләсәк һағында тораХәтер киләсәк һағында тора
Хәтер киләсәк һағында тора


Холокост нацисттар тарафынан енәйәттәр ҡылынған дәүләттәргә тәрән йоғонто яһаны. Ул шулай уҡ донъяның башҡа өлөштәре өсөн дә эҙһеҙ генә үтмәне. Хатта ете тиҫтә йыл үткәндән һуң да уны кисергән дәүләттәр был фажиға һөҙөмтәләрен юк итеү, хәтерҙең нәтижәле сәйсәтен дауам итеү, тарихи объекттарҙы һаҡлап тотоу һәм был хаҡта яңы мәғлүмәт-факттар асҡан тикшеренеүҙәрҙе, документлаштырыуҙы хуплау өсөн коллектив яуаплылыҡ тоялар.
Ошо дата уңайынан Саҡмағош районы Йомаш урта мәктәбе директорының тәрбиә һәм балалар ойошмалары менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса кәңәшсеһе И.Ф.Ғиҙҙәтуллина тарих уҡытыусыһы В.В.Дусеева менән берлектә 11 синыф уҡыусылары ҡатнашлығында Холокост ҡорбандарына арналған мәғлүмәт стендын әҙерләнеләр. Шулай уҡ ошо айҡанлы “Хәтер Күбәләктәре” акцияһы ла ойошторолдо. Был сара өмөт, гүзәллек һәм яңынан терелеү символы булып тора.
Үҫеп килеүсе быуын вәкилдәренә тарихи хәтерҙе тапшырған бындай тәрбиәүи акцияларҙы ойоштороу айырыуса мөһим. Сөнки үткәнен, тарихын белмәгән халыҡтарҙың киләсәге юҡ тип юҡҡа ғына әйтелмәй. Хәтер һәр саҡ киләсәк һағында тора.

Хәтер киләсәк һағында тора
Хәтер киләсәк һағында тора
Хәтер киләсәк һағында тора
Хәтер киләсәк һағында тора
Хәтер киләсәк һағында тора
Хәтер киләсәк һағында тора
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас