САРМАНАЙ
+1 °С
Ясно
Новости
20 Января 2023, 06:50

Туған яҡта үткән осрашыу

Ғинуар айы – төрлө уҡыу йорттарында белем алып, һөнәр үҙләштереүсе йәштәр өсөн көтөп алынған осор. Яңы белем үрҙәрен яулар алдынан туған йортта, ҡәҙерле кешеләр эргәһендә көс-кеүәт туплап, күңелле мәктәп йылдарын бергә үткән һабаҡташтар, ҙур тормыш юлына сығарга ярҙам иткән уҡытыусы-оҫтаҙдар менән һөйөнөслө осрашыуҙар айы ла ул. Улай ғына ла түгел, тап ошо айҙа, 25 ғинуарҙа, студенттарҙың “һөнәри” байрамы – Татьяна көнө дә билдәләнә әле.

Добавить в предпочтительные источники Google
Туған яҡта үткән осрашыуТуған яҡта үткән осрашыу
Туған яҡта үткән осрашыу


Был традицияға быйыл да тоғро ҡалып, Саҡмағош районының Аблай мәҙәният йортонда ауыл мәктәбен тамамлап, әлеге ваҡытта төрлө уҡыу йорттарында белем алыусы йәштәрҙең 9 сыйныф уҡыусылары менән осрашуы ойошторолды. “Донъя студенттары – һеҙ Ерҙең өмөтө” тип исемләнгән һөнәри билдәләнеш йүнәлешендәге был сараны мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Л.С.Шәйәхмәтова, Г.М.Ибраһимова менән мәктәп директорының тәрбиә эшсәнлеге буйынса кәңәшсеһе Д.М.Ғүмәрова берлектә ойоштороп үткәрҙе. Кисә ихлас, дуҫтәнә мөхиттә барҙы. Сара барышында студенттар мәктәп йылдарын иҫкә алып, был йылдарҙа үҙҙәренә белем биргән уҡытыусы-оҫтаҙдарына рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙеләр, әлеге ваҡытта үҙләштергән теге йәки был һөнәрҙе һәм уҡыу йортон һайлауға ниндәй уй-маҡсаттар этәргес булыуы тураһындағы фекерҙәре менән уртаҡлаштылар. Уҡыусыларға уларҙың беренсе сессияға нисек әҙерләнеүҙәре, имтихандар, улар белем алған факультеттар, уҡыу төркөмдәре тураһындағы мәғлүмәттәр бик ҡыҙыҡлы, файҙалы булды. Улар студент тормошо тураһында да байтаҡ яңылыҡтар белҙеләр. Буласаҡ абитуриенттар ауылдаш ҡыҙҙар-егетләргә уҡыу процессы һәм дисциплиналары, имтихандар, һөнәрҙәр тураһында үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған күп һанлы һорауҙар биреп, уларға тулы, аныҡ яуаптар алдылар. Артабан уҡыусылар да, студенттар да бергәләп төрлө конкурс-уйындарҙа ҡатнашып күңел астылар. Туған ауыл клубындағы был осрашыу студенттар өсөн дә, уҡыусылар өсөн дә истә ҡалырлыҡ ҡызыҡлы ла, фәһемле лә булды.

Туған яҡта үткән осрашыу
Туған яҡта үткән осрашыу
Туған яҡта үткән осрашыу
Туған яҡта үткән осрашыу
Туған яҡта үткән осрашыу
Туған яҡта үткән осрашыу
Автор:
Читайте нас