САРМАНАЙ
+14 °С
Облачно
Новости
19 Января 2023, 07:00

Их, самауыр сәйҙәре!

Үрге Йәркәйҙәге үҙәк майҙанда "Самауырҙа ҡунаҡта" тип аталған байрам уҙҙы. Күркәм сара үҙ-ара татыулыҡты, быуындар бәйләнешен нығытыу маҡсатында ойошторолдо. Бында самауырҙарҙың төрлөһө бар ине.

Добавить в предпочтительные источники Google
Их, самауыр сәйҙәре!Их, самауыр сәйҙәре!
Их, самауыр сәйҙәре!

 

Элек самауыр янында күмәкләп сәй  эсеүҙәр йылы мөхиттә үткән. Хәҙер инде самауыр көндәлек кәрәк-яраҡ түгел, ә музей экспонатына әйләнә бара. Ә бит ул ҡасандыр ғаиләнең именлеген һәм муллыҡта йәшәүен сағылдырған, элек-электән йортта мөһим урын алып торған, уның урыны һәр ваҡыт түр башында булған. Халҡыбыҙ уны рухи ҡиммәттәргә тиңләй. Сөнки тарихтағы иң ҡатмарлы ваҡытта, тыуған нигеҙен ташлап китергә мәжбүр булғанда ла, кешеләр үҙҙәре менән иң беренсе сиратта самауыр алған.

 "Самауырҙа ҡунаҡта" байрамын муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Хәйертдинов асып, бәйгелә ҡатнашыусыларға уңыштар теләне. Сарала 12 ауыл Советы ауыл биләмәһе коллективы ҡатнашты. Улар һый-ниғмәттәрҙән һығылып торған өҫтәлдәр тәҡдим итте, зирәклектәрен һынаны. Шулай уҡ һәр коллектив та самауыр  тарихы, сәй эсеү традициялары тураһында һөйләне һәм милли ризык рецептары менән уртаклашты.

Йомғаҡтар буйынса, Андреевка ауылының күп функциялы клубы – "Самауыр-2023", М.Гәрәев ис. башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге – "Иң ҙур самауыр", Лаяшты ауылы мәҙәниәт йорто – "Иң кескәй самауыр", Ҡарабаш һәм Иштирәк ауылдары мәҙәниәт йорттары, Иҫке Ҡырғыҙ ауыл модулле мәҙәниәт йорто - "Иң йомарт самауыр", Йәркәй ауыл Советы ауыл биләмәһе – "Иң эффектлы самауыр", Иғмәт ауылы мәҙәниәт йорто, Абдулла, Юғары Маншыр ауылдары клубы, Ябалаҡ ауыл Советы ауыл биләмәһе – "Иң оригиналь самауыр", Баҙытамаҡ ауыл күп функциялы клубы – "Иң тәмле сәй эсеү", Ишҡар ауылының күп функциялы клубы – "Иң традицион самауыр", Сүлте ауыл мәҙәниәт йорто һәм Янтуған ауылы клубы – "Самауырҙың иң оригиналь презентацияһы", Бишҡурай ауыл Советы ауыл биләмәһе – "Иң боронғо самауыр", Аҡкүҙ ауыл Советы ауыл биләмәһе "Иң халыҡсан самауыр" номинацияларында еңеү яуланы.

Байрам ҡунаҡтары бейене, йырланы, сүкеште алысраҡ араға ырғытыуҙа һәм арҡан тартышыуҙа көс һынашты. Шулай уҡ хуш еҫле эҫе сәй һәм ҡамыр ризыҡтары менән һыйландылар.

 

Автор:Лира   Гәрәева
Читайте нас