

Кешеләрҙә күпселек осраҡта был байрам мәкегә сумып, күңелде лә, тәнде лә таҙартыу-пәҡләү менән тәңгәлләшә. Беҙҙең Саҡмағош районында был йоланы башҡарыу өсөн Йомаш ауылындағы быуала махсус рәүештә мәке уйылып йыһазлана. Байрам көнөндә уның эргәһендә махсус хеҙмәттәр: ҡотҡарыусылар һәм ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре киҙеүҙә торасаҡ.
Йомаш ауылы храмында байрамға бәйле ғибәҙәт ҡылыу ошондай тәртиптә үтә:
18 ғинуар көнөндә:
–12.00 сәғәттә – быуалағы мәке-купельде һәм шишмәне изгеләндереү (освящение);
–16.00 – ғибәдәт ҡылыу (Всенощное Бдение)
–22.00 – төнгө Литургия, аның ахырында – һыуҙы изгеләндереү һәм уны храмда таратыу.
19 ғинуар көнөндә:
–10.00 сәғәттә – Крещениеға акафист уҡып ғибәҙәт ҡылыу һәм һыу таратыу.
Мәкегә сумыу йолаһын үтәүселәрҙән айырыуса һаҡ булып, бөтә хәүефһеҙлек ҡәғиҙәләрен үтәүҙәре талап ителә.
Фотолар Йомаш ауыл биләмәһе рәсми сайты архивынан алдынды.