

Ярыштарҙа Өфө, Октябрьский, Бөрө, Салауат, Туймазы, Бәләбәй ҡалаларынан һәм Кушнаренко, Шишмә райондары спорт мәктәптәренән өс йөҙҙән артыҡ вәкил ҡатнашты.
Тренер-уҡытыусы, СССРҙың спорт мастеры Любовь Шәрәфетдинова етәкселегендәге беҙҙең гимнасткалар ҙа уңышлы сығыш яһаны.
Келәмдә күрһәтелгән һәр ҡыҫҡа һәм тулҡынландырғыс сығыш артында йәш гимнасткаларҙын оҙаҡ ваҡыт дауамында башҡарылған ҙур хеҙмәте ята. Ҡыҙҙар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә кәүҙә хәрәкәттәрен генә түгел, ә бәлки төрлө әйберҙәрҙе оҫта файҙалана белеүҙәрен дә күрһәтергә тейештәр.
Амелия Бәҙретдинова, Камилла Баҡаева, Анастасия Токарева, Әлиә Ғәзизова, Аделина Шәйхелисламова һәм Амалия Хисаметдинова төркөмләп күнекмәләр буйынса беренсе урынды яуланылар.
Шәхси сығыштарҙа Риана Нурҡаева һәм София Шәрәфетдинова – беренсе, Алияна Бәҙретдинова өсөнсө урынға эйә булдылар. Илвина Исмәғилева һәм София Брылова – бишенсе һәм етенсе урындарҙа.
Еңеүселәр һәм призерҙар миҙалдар һәм Грамоталар менән бүләкләнде.