

Ай дауамында волонтерҙар Аделина, Алина, Лилия, Гөлнур, Аида һәм Арина Ҡарһылыу, Ҡыш Бабай һәм йәнһүрәт геройы Лунтик образдарына инеп, өс тиҫтә малай һәм ҡыҙҙың йорттарында булдылар һәм уларға күңелле Яңы йыл байрамын ойоштороп, яҡшы кәйеф, балалар өсөн тәғәйенләнгән китаптар, энциклопедия, буяғыс китаптар һәм төслө ҡәләмдәр бүләк иттеләр.
Әйткәндәй, “Йортҡа – шатлыҡ” инициативаһы “Ярҙам итеү һәм бергә эшмәкәрлек алып барыу еңел” проекты сиктәрендәге “Мөмкинлектәр ваҡыты” конкурсында еңеү яуланы. Әлеге проект төбәктең Бала хоҡуҡтары буйынса вәкәләтле вәкиле аппараты ярҙамы менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына ғәмәлгә ашырыла.
Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: район Йәштәр үҙәгенең “Бәйләнештә” селтәрендәге сайты.