САРМАНАЙ
-3 °С
Облачно
Новости
11 Января 2023, 07:10

Төп байрамда ҡатнаштылар

Өфөлә үткән дөйөм республика Шыршы байрамына Башҡортостандың төрлө ҡала  һәм райондарынан уҡыу алдынғылары, олимпиадалар һәм спорт ярыштары енеүселәре, конкурстар лауреаттары, сәләмәтлек торошо арҡаһында мөмкинлектәре сикле балалар, күп балалы, махсус хәрби операция сиктәрендә үҙ бурыстарын үтәгән хәрбиҙәрҙең балалары, әҙ керемле ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе меңгә яҡын уҡыусы саҡырылғанйны.

Добавить в предпочтительные источники Google
Төп байрамда ҡатнаштыларТөп байрамда ҡатнаштылар
Төп байрамда ҡатнаштылар

 

Республиканың төп Яңы йыл тамашаһында беҙҙең район уҡыусыларына ла ҡатнашыу бәхете йылмайҙы. Улар Әхмәт, Баҡай, Шәрип, Валентин Паширов исемендәге 1-се Кушнаренко урта мәктәптәре һәм гимназия уҡыусылары ине.

Яңы йыл тамашаһы «Башҡортостан» дәүләт концерттар залында ике ағымда ойошторолдо. Республика шыршыһында ҡатнашыусы һәр бала йомшаҡ уйынсыҡ, ике дәүләт телендә китаптар һәм татлы сувенирҙар һалынған рюкзактар менән бүләкләнде.

Байрамға йыйылған малайҙар һәм ҡыҙҙарҙы БР мәғариф министры урынбаҫары Инесса Косолапова тәбрикләне, уларға уҡыуҙа, спортта, ижади эшсәнлектә уныштар, ныҡлы сәләмәтлек теләне. 

Балаларҙы фойела уҡ йыл символы – Ҡуянҡай, әкиәт геройҙары күңелле тамаша менән ҡаршы алдылар. Шул арала алыс араларҙы яҡын итеп, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа килеп ќитте. Шыршы тирәләй йырлап та, бейеп тә алды балалар. Ә залда уларҙы мөғжизәле, серле әкиәт иленә сәйәхәт көтә ине.

Төп байрамда ҡатнаштылар
Төп байрамда ҡатнаштылар
Төп байрамда ҡатнаштылар
Төп байрамда ҡатнаштылар
Автор:Беҙҙең хәбәрсе
Читайте нас