САРМАНАЙ
+18 °С
Облачно
Новости
16 Декабря 2022, 04:55

Беҙҙең ҡыҙҙар – йондоҙҙар

Шишмђ ҡасабаһында «Йондоҙҙарға юл» тип аталған нәфис гимнастика буйынса төбәк беренселеге үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Беҙҙең ҡыҙҙар – йондоҙҙарБеҙҙең ҡыҙҙар – йондоҙҙар
Беҙҙең ҡыҙҙар – йондоҙҙар

Ярышта Өфө, Октябрьский, Бөрө, Салауат, Туймазы, Бәләбәй ҡалаларынан һәм Кушнаренко, Шишмә райондары спорт мәктәптәренән өс йөҙҙән артыҡ вәкил ҡатнашты.

Тренер-уҡытыусы, СССРҙын спорт мастеры Любовь Шәрәфетдинова  етәкселегендәге беҙҙен гимнасткалар ҙа уңышлы сығыш яһаны.

Амелия Бәҙретдинова, Камилла Баҡаева, Анастасия Токарева, Әлиә Ғәзизова, Аделина Шәйхелисламова һәм Амалия Хисаметдинова төркөмләп күнекмәләр буйынса беренсе урынды яуланылар.

Шәхси сығыштарҙа Риана Нурҡаева һәм София Шәрәфетдинова – беренсе, Алияна Бәҙретдинова өсөнсө урынға эйә булды. Илвина Исмәғилева һәм София Брылова – бишенсе һәм етенсе урындарҙа.

Еңеүселәр һәм призерҙар миҙалдар һәм грамоталар менән бүләкләнде.

Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас