САРМАНАЙ
+18 °С
Облачно
Новости
15 Декабря 2022, 06:25

Алтын парҙар

Әхмәт ауылында йәшәүсе Мәҙинә апай менән Рафиҡ  ағай Имаметдиновтар ошо көндәрҙә алтын туйҙарын үткәрҙе.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Алтын парҙарАлтын парҙар
Алтын парҙар

 

Ярты быуат буйына тормош тигән үҙәндән ҡулға-ҡул тотоношоп, шатлыҡ-ҡайғыларҙы, әсеһен-сөсөһөн, барын-юғын, юғалтыу-табыштарын бергәләп кисергәндәр.  Илле яҙҙы, йәйҙе, көҙҙө, ҡышты бергә ҡаршы алған улар. Бөгөн дә үҙҙәренә һоҡланып ҡарап торорлоҡ.

Мәҙинә апай ғүмер буйына колхозда һауынсы булып эшләй. Тырыш, уңған ҡатын гел алдынғылар сафында була. Күп Маҡтау грамоталары бар. Утыҙ дүрт йыл эш стажы менән хаҡлы ялға сыға.

Рафыйк ағай ҙа гүмре буйына ошо колхозда эшләй.  Уның ҡырҡ алты йыл эш  стажы бар. 2003 йылда хаҡлы ялға сыға. «Хеҙмәт ветераны» исеме, «Һуғыш йылы балаһы» таныклығы  бар. Улар ике ул, бер ҡыҙға ғүмер бүләк иткәндәр.

Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас