САРМАНАЙ
+10 °С
Дождь
Новости
3 Декабря 2022, 10:35

Игелек-иҙгелек тойғоларын йәштән тәрбиәләү өсөн

1992 йылдан башлап 3 декабрҙә донъяның күпселек илдәрендә сәләмәтлеге торошо буйынса мөмкинлектәре сикле булған кешеләр көнө билдәләнә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Игелек-иҙгелек тойғоларын йәштән тәрбиәләү өсөнИгелек-иҙгелек тойғоларын йәштән тәрбиәләү өсөн
Игелек-иҙгелек тойғоларын йәштән тәрбиәләү өсөн

Саҡмағош районының Имәнлеҡул урта мәктәбендә уҡыусыларҙа күркәм рухи һәм әхләҡи сифаттарҙы тәрбиәләү, сәләмәтлектәре ҡаҡшау сәбәпле тормошта ауырлыҡтарҙы еңеп йәшәргә мәжбүр булған кешеләргә ҡарата иғтибар-ярҙам тойғоларын формалаштырыу маҡсаты менән бөтә синыфтарҙа ла ошо датаға арналған класс сәғәттәре һәм башҡа төрлө саралар үткәрелде. Улар барышында уҡыусыларға сәләмәтлектең кеше тормышында иң ҙур байлыҡ-ҡиммәт булуы, һәр кешенең үҙ сәләмәтлеге һәм яҡындарының, тирә-яҡтағыларҙың һаулығы өсөн яуаплылыҡ тоюы ни дәрәжәдә мөһим булуы тураһында аңлатылды. Бынан тыш, китапханасы Т.Р. Ғимаҡова “Изгелек донъяны ҡотҡарыр” тип исемләннгән шәфҡәтлелек дәресен үткәрҙе. Мәктәп директорының тәрбиә эшсәнлеге буйынса кәңәшсеһе А.Г.Шириева 8-11 синыфтар уҡыусылары өсөн “Мин булдыра алам” тигән сара һәм 1-4 синыфтарҙа белем алыусы малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн “Цветик-семицветик” мультфильмын ҡарауҙы ойошторҙо. Уны ҡарағандан һуң кескенә уҡыусылар үҙ ҡулдары менән йәнһүрәттәге кеүек үҙ сәскәләрен эшләнеләр.
Быларҙан тыш Имәнлеҡул ауыл китапханаһында урта мәктәп коллективы менән берлектә сәләмәтлеге торошо буйынса мөмкинлектәре сикле булған кешеләр көнөнә арналған “Көндө иҙгелектән башларға ашығығыҙ” тип исемләнгән сара ойошторолдо.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Имәнлеҡул урта мәктәбенең “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһе.

Игелек-иҙгелек тойғоларын йәштән тәрбиәләү өсөн
Игелек-иҙгелек тойғоларын йәштән тәрбиәләү өсөн
Игелек-иҙгелек тойғоларын йәштән тәрбиәләү өсөн
Автор:Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Читайте нас