САРМАНАЙ
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2022, 15:49

Исемдәре билдәһеҙ булһа ла, батырлыҡтары – мәңгелек

3 ноябрҙә илебеҙҙә истәлекле дата – Билдәһеҙ һалдат көнө үткәрелә. Был дата – алыш ҡырҙарында ғүмерҙәрен аямаған, әммә исемдәре билдәһеҙ ҡалған Ватан һаҡсыларының батырлығы алдында хөрмәт менән баш эйеү, уларҙы рәхмәт хистәре менән иҫкә алыу көнө. Был ҡаһармандарҙың исемдәре данға күмелеп туған яҡтарға ҡайта алмаһа ла, улар тураһындағы яҡты хәтер илебеҙҙә быуындарҙан-быуындарға тапшырыла килә. 3 декабрҙә һәр ҡала, һәр ауыл үҙ билдәһеҙ батырҙарын искә ала.

Исемдәре билдәһеҙ булһа ла, батырлыҡтары – мәңгелек
Исемдәре билдәһеҙ булһа ла, батырлыҡтары – мәңгелек


Ошо көн алдынан Саҡмағош районындағы Иҫке Ҡалмаш урта мәктәбенең уҡытыусы И.И.Ҡудашева етәкселегендәге 7 синыф малайҙары һәм ҡыҙҙары ла уҡытыусы-ойоштороусы Р.Р.Шакиров, мәктәп директорының тәрбиә эшсәнлеге буйынса кәңәшсеһе П.Р.Макулова һәм Иҫке Ҡалмаш моделле китапханаһы, ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән берлектә “Хәтер уттары” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылып, ауылдың үҙәгендәге илгә аҙатлыҡ килтереүсе хәрбиҙәр – Ватан һаҡсылары иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә тантаналы рәүештә сәскәләр һалдылар.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре сарала ҡатнашыусыларҙы Билдәһеҙ һалдат көнө үткәрелеү тарихы менән таныштырҙы. Улар был датаның төрлө йылдарҙа хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан, әммә исемдәре билдәһеҙ ҡалған совет һәм Рәсәй хәрбиҙәренең үлемһеҙ батырлығын мәңгеләштереү маҡсаты менән ҡабул ителеүе тураһында күңелдәргә үтеп инерлек итеп һөйләнеләр.
Сара барышында билдәһеҙ юғалған, үҙҙәре лә, исемдәре лә туған ергә ҡайта алмаған был батырҙарҙың ҡаһарманлығы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Иҫке Ҡалмаш мәдәният йортоноң “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһе.

Исемдәре билдәһеҙ булһа ла, батырлыҡтары – мәңгелек
Исемдәре билдәһеҙ булһа ла, батырлыҡтары – мәңгелек
Исемдәре билдәһеҙ булһа ла, батырлыҡтары – мәңгелек
Исемдәре билдәһеҙ булһа ла, батырлыҡтары – мәңгелек
Исемдәре билдәһеҙ булһа ла, батырлыҡтары – мәңгелек
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас: