САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Декабрь 2022, 12:05

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Ҡыш ныҡлап үҙ көсөнә инеп, һауа торошо юлдарҙағы хәрәкәт хәүефһеҙлегенә лә сезонлы үҙгәрештәр булдырҙы. Был осорҙа хәрәкәттә ҡатнашыусы транспорт водителдәренән дә, йейәүлеләрҙән ҙә айырыуса иғтибарлы булыу талап ителә.

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!


Республиканың автомобиль юлдарында юл хәрәкәтен хәүефһеҙ итеү маҡсатында махсус хеҙмәттәр даими тикшереүҙәр, профилактик саралар ойоштора. Сишәмбе шундай тикшереүҙәр барышында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 1500ҙән артыҡ осрағы асыҡланған, спиртлы эсемлектәр ҡулланғандан һуң руль артына ултырған 20 водитель тотҡарланған.
Аҙна башында иһә Башҡортостанда “Штраф” профилактик сараһы старт алды. Хәүефһеҙлек ҡәғиҙәләрен үтәмәгән һәр кеше Дәүләт автоинспекцияһының мәғлүмәт базаларында айырым иғтибарға алына. Был айырыуса ҡәғиҙәләрҙе боҙған өсөн туҡтатылған һәм уның быға ҡәҙәр дә уларҙы үтәмәгәнгә билдәләнгән штрафтар өсөн бурыстары булыуы асыҡланған водителдәргә ҡағыла. Әлеге рейдтар республиканың бөтә ҡала һәм райондарында ла үтә. Бындай хәлгә тарымаҫ өсөн, штрафтарҙы ваҡытында түләп барығыҙ, тип мөрәжәғәт итә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре.
Мәғлүмәт Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһының “Бәйләнештә” селтәрендәге сайтынан алынды.

Автор:
Читайте нас: