САРМАНАЙ
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Декабрь 2022, 15:45

Конкурстан – призлы урын менән

Күптән түгел Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына арналған республика күләмендәге конкурс тамамланды. Уны Ә.-З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана “Башҡортостан Республикаһының крайны өйрәнеүселәр йәмғиәте” менән берлектә ойошторған ине. Бәйге төбәктәге китапханалар алып барған туған яҡты өйрәнеү һәм фәнни-тикшеренеү эшмәкәрлегенә йәмғиәт иғтибарын йәлеп итеү маҡсаты менән үткәрелде.

Конкурстан – призлы урын менән
Конкурстан – призлы урын менән


Конкурста ҡатнашыу өсөн 35 муниципаль берәмектә 68 ижади эш тапшырылды. Улар “Уйынсыҡ-китап”, “Видеофильм”, “Мультфильм” тип исемләнгән өс номинация буыйнса ҡабул ителде. Бәйгелә 9 йәштән 85 йәшкәсә булған 116 кеше – китапханалар хеҙмәткәрҙәре, фольклор коллективтары үҙешмәкәрҙәре, педагогтар, уҡыусылар һәм хаҡлы ялдағы өлкәндәр ҡатнашты.
Беҙҙең Саҡмағош районынан был конкурсҡа Ҡалмашбаш ауылы китапханасыһы Гүзәлия Фәүил ҡыҙы Латипова “Әбхәйер тауы тураһында риүәйәт” тип исемләнгән ижади эшен тапшырды һәм “Видеофильм” номинацияһында икенсе урынды яуланы. Район үҙәкләштерелгән китапханаһы коллективы һәм ауылдарҙағы филиалдарҙа эшләүсе хеҙмәттәштәре уны был уңышы менән ҡотлап, артабан да юғары ҡаҙаныштарға ирешеүен теләй.

Автор:Ильмира Шәйҙуллина, үҙәк район китапханаһының өлкән китапханасыһы.
Читайте нас: