Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ноябрь , 14:50

Хәрбиҙәргә ярҙам булһын тип

Илебеҙҙәге уҡыу полигондарында махсус хәрби операцияла ҡатнашыуға әҙерләнеүсе һәм әлеге ваҡытта дошманға ҡаршы көрәшеүсе хәрбиҙәр өсөн гуманитар ярҙам туплау дауам итә. 

Хәрбиҙәргә ярҙам булһын тип
Хәрбиҙәргә ярҙам булһын тип


 Уларға хәҙер йылы кейемдәр, носкиҙар, ойоҡбаштар, йыһазҙар өсөн батарейкалар, фонарҙар һәм даруҙар талап ителә.
Был ярҙам Саҡмағош районының Йәштәр үҙәгендә урынлашҡан М.Шайморатов исемендәге волонтер штабында йыйыла. Райондың Митрә-Әйүп ауыл мәҙәниәт йорто волонтерҙары ла был изге эштән ситтә ҡалмай, ауылдаштары менән берлектә “Һалдатҡа посылка” акцияһын иғлан итте. Ауылда йәшәүселәр уға әүҙем ҡушылды һәм мәҙәниәт йортона әйберҙәр килтерҙе. Балалар һәм үҫмерҙәр ҙә ҡулдарынан килгәнсә яуҙағы хәрбиләргә ярҙам итергә ынтылды. Улар изге теләктәрен ҡушып хаттар яҙҙылар. Мәҙәниәт йорто волонтерҙары килтерелгән әйберҙәрҙе һәм аҙыҡ-түлекте исемлеккә индереп, тартмаларға тултырҙы һәм район волонтерҙар штабына илтеп тапшырҙы.
Митрәй-Әйүптәрҙең йән йылыһы ҡушылған был йылы кейемдәр, риҙыҡтар һалдаттарыбыҙҙы ҡышҡы һалҡындарҙан һаҡлап ҡына ҡалмай, туған йорт йылыһын да еткерһен һәм уларҙы һағынып көтөүҙәре, теләктәшлек күрһәтеүҙәре билдәһе лә булһын тип теләйбеҙ.

Хәрбиҙәргә ярҙам булһын тип
Хәрбиҙәргә ярҙам булһын тип
Хәрбиҙәргә ярҙам булһын тип
Хәрбиҙәргә ярҙам булһын тип
Хәрбиҙәргә ярҙам булһын тип
Автор:Резеда Ниғмәнова, Митрәй-Әйүп ауылы мәҙәниәт йорто етәксеһе.
Читайте нас в