САРМАНАЙ
+1 °С
Облачно
Новости
10 Ноября 2022, 10:30

Зарарлы ғәҙәттәрҙе киҫәтеү өсөн

Районда ғәмәлдә булған “2022-2027 йылдарға Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош муниципаль районында йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү” муниципаль программаһының “Халыҡ араһында наркоманияны профилактикалау” подпрограммаһы сиктәрендә районда Тәмәке тартыу, алкогольле эсемлектәргә һәм наркотиктарға бәйлелекте киҫәтеү буйынса айлыҡ иғлан ителде. Ул 1 ноябрҙән 30на ҡәҙәр дауам итә. Унда ҡатнашыуға район үҙәгендәге һәм ауыл биләмәләрендәге учреждениелар әүҙем ҡушылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Зарарлы ғәҙәттәрҙе киҫәтеү өсөнЗарарлы ғәҙәттәрҙе киҫәтеү өсөн
Зарарлы ғәҙәттәрҙе киҫәтеү өсөн


Күптән түгел Яңы Ҡото ауылының мәҙәни-ял учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре ауыл биләмәһе хакимиәтенең беренсе категориялы белгесе Г.И.Сәхиева менән берлектә “Беҙ зарарлы ғәҙәттәргә ҡаршы” тип исемләнгән акция ойоштороп үткәрҙе. “Акция барышында беҙ ауылдағы ойошма-учреждениеларға барып, ауылдаштарҙың йорттарында булып һәм урамда осраған яҡташтарға буклеттар, зарарлы ғәҙәттәрҙе киҫәтеү буйынса иҫкәрмәлектәр кеүек мәғлүмәт материалдар тараттыҡ, улар менән сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау темаһына әңгәмәләре үткәрҙек”, – ти сарала ҡатнашкан художество етәксеһе Йондоҙ Шакирова.

Зарарлы ғәҙәттәрҙе киҫәтеү өсөн
Зарарлы ғәҙәттәрҙе киҫәтеү өсөн
Зарарлы ғәҙәттәрҙе киҫәтеү өсөн
Зарарлы ғәҙәттәрҙе киҫәтеү өсөн
Автор:Сайтка Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Читайте нас