САРМАНАЙ
+9 °С
Ясно
Новости
7 Апреля 2022, 14:05

Хәйриә концерты узды

Районыбыҙ һоҡланғыс шәхестәргә бай. Яҡташыбыҙ, Үрге Маншыр ауылы егете, төрле конкурстар лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, популяр йырсы Илшат Сибәғәтуллин шундайҙарҙың береһе.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Хәйриә концерты уздыХәйриә концерты узды
Хәйриә концерты узды

Илшат Сибәғәтуллин район мәҙәниәт һарайында “Бергә булыуҙарға ни етә” тип исемләнгән хәйриә концерт программаһы тәҡдим итте.  Концерттан ингән аҡсалар районыбыҙҙа ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә, балаларға йүнәлтеләсәк.

Сарала муниципаль район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин. Мәртәбәле ҡунаҡтар - Башҡортостан Республикаһы Башлығы кәңәшсеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Рәсих Хәмитов, “Аҡбуҙат” балалар журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, “Башнефть-Добыча” йәмғиәтенең профсоюз рәйесе урынбаҫары Таһир Яҡупов ҡатнашты.

Автор:Лира   Гәрәева
Читайте нас