САРМАНАЙ
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Март 2022, 16:40

Йәш уңғандар булуы һөйөнөслө

Ғәҙәттәгесә, кесаҙна көнөндә Саҡмағош муниципаль районы хакимиәтендә Эшҡыуарлыҡ сәғәте үтте.

Йәш уңғандар булуы һөйөнөслө
Йәш уңғандар булуы һөйөнөслө

 Уның барышында йәш райондашыбыҙ Алмаз Сираевтың проекты ҡаралды. Ул шәхси ярҙамсы хужалығын 2018 йылда төҙөп, уңышлы алып бара. Алмаз 50 гектар ерҙә ҡарабойҙай һәм бал ҡорттары үз иткән үләндәр сәсеп үҫтерергә ниәтләй. Егеттең маҡсаты – умартасылыҡ менән шөғөлләнеү. Әлеге ваҡытта ул 200 умартаға иҫәпләнгән хужалыҡ бинаһы төҙөй. Бынан тыш, әлеге шөғөл йәш эшҡыуар өсөн һис яңы түгел – ул был өлкәлә бай эш тәжрибәһе һәм ныҡлы теоретик белем дә туплап өлгөргән.
Шәхси эштәрен башлап ебәргән тәүге осорҙа йәш эшҡыуарҙарға “Агростартап” төбәк программаһы ҙур ярҙам булып тора. Ул айырыуса ауыл хужалығы етештереүен төп эш йүнәлеше итеп алыусылар өсөн файҙалы. Был грант тәү сиратта умартасылыҡ, йылҡысылыҡ, һөт һәм ит етештереүҙе күзаллаған малсылыҡ тармағы буйынса эш башлаусыларға дәүләт ярҙамын күрһәтеү өсөн тәғәйенләнә.
Районыбыҙҙа ошо йүнәлештә хеҙмәт һалырға теләк белдереүсе уңған йәштәрҙең булуы айырыса һөйөнөслө.
Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: муниципаль район хакимиәте башлығы сайты. 

Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас: