

Еүеш ҡар, көслө ел һәм буран юлдарҙа транспорт хәрәкәте ҡыйынлашыуына килтерә. Төбәктең Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы идаралығы бындай тәбиғәт көйһөҙлөгө шарттарында водителдәрҙе мөмкин булған ҡәҙәр шәхси автомобилдәрҙә торлаҡ пункттарҙа, уларҙан ситкә һәм алыҫ юлдарға сығыуҙан тыйылып торорға саҡыра.
Тиҙлекте арттырмай, уны юлдың хәрәкәт өлөшөндәге һәм юлдағы конкрет шарттарға ҡарап һайларға киңәш ителә. Бынан тыш, автомобилдәр араһында тейешле дистанцияны һаҡлау, ҡаршы хәрәкәт полосаһына сығыу һәм башҡа төрлө киҫкен ғәмәл-маневрҙар сәләмәтлекте, автотранспорт сараһын һәм хәтта ғүмерҙәрҙе лә һаҡлап ҡалырға ярҙам итер. Әлбиттә, торлаҡ пункттарҙағы юлдарҙан хәрәкәт иткәндә юл саттарын һәм йәйәүлеләр киҫеүҙәрен үткәндә айырыуса иғтибарлы булыу ҙа талап ителә.
Ә инде йәйәүлеләргә юлдарҙы киҫеп сыҡҡанда бик тә һаҡ булырға, тәүлектең ҡараңғы ваҡытында кейемегеҙҙә яҡтылыҡ ҡайтарыусы элементтар ярҙамында мотлаҡ рәүештә үҙегеҙҙе билдәләргә кәңәш ителә.
Көйһөҙ тәбиғәт шарттарында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең эшсәнлеге ҡала-ара трассаларҙа һәм торлаҡ пункттарҙа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеүгә лә йүнәлтелә. Юлдарҙа ғәҙәттән тыш хәл барлыҡҡа килһә, бөтә хәрәкәттә ҡатнашыусылар тәүлек әйләнәһенә Дәүләт автоинспекцияһы подразделениеларына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә ала. Инспекторҙар барлыҡ мөмкинлектәрҙе файҙаланып ярҙамға киләсәк, талап ителгәндә техник хеҙмәттәрҙе һәм эвакуатор саҡырырға ла булышлыҡ итәсәк.
Яҙғы байрам көндәре һеҙгә бары тик шатлыҡтар ғына алып килһен, юлдарҙа күңелһеҙ хәлдәргә тарымай, иҫән-имен йөрөргә яҙһын!
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Өфө ҡалаһы ЮХХДИ бүлегенең “Бәйләнештә” селтәрендәге сайты.