+1 °С
Облачно


Быйыл унда Саҡмағош районы вәкиле булған өс яҡташыбыҙ төрлө номинацияларҙа еңеүсе булды. Айгөл Риф ҡыҙы Сәмиғуллина “Ҡатын-ҡыҙ – педагог”, Римма Миңнехажип ҡыҙы Ғайнанова – “Өлкән быуын әүҙем йәмәғәтсеһе”, Рәсимә Дамир ҡыҙы Зәйнетдинова – “Ҡатын-ҡыҙ – ел өлгөһө” номинацияларында еңеү яуланылар. Резида Зәкәриә ҡыҙы Ильясова Рәбиға Ҡушаева исемендәге “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы менән бүләкләнде. Яҡташтар араһында лайыҡлы абруй менән файҙаланған был гүзәл ҙаттарҙы мәртәбәле конкурста еңеү яулауҙары менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм уларға артабан да уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ.