+9 °С
Ясно


Талантлы ҡыҙҙар Альбина һәм Руфина Баҡыевалар беренсе урынға лайыҡ булды. Илшат Зәйнетдинов менән Ксения Корнилова икенсе урынды алды.
–Конкурста сығыш яһау – уҡыусы, уҡытыусы һәм концертмейстерҙың билдәле бер этаптағы берлектәге эшсәнлеге йомғағы. Шуға күрә ул һәр ваҡыт тулҡынландыра. Уҡыусыларыбыҙҙың даими рәүештә юғары һөҙөмтәләр күрһәтеүенә һөйөнәбеҙ, – тине скрипка уҡытыусыһы Елена Латипова.