

1922 йылдың17 февралендә күркәм тәбиғәтле Һыйрышбаш ауылында донъяға килгән ул. Кушнаренко педагогия училищеһында башланғыс синыфтар уҡытыусыһы белгеслегенә эйә булып, 42 йыл ғүмерен үҫеп килеүсе йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлай. Быуатҡа һуҙылған ғүмер йылдары эсендә күпте күргән, күпте кисергән инәй бөгөн дә күптәрҙе һоҡландырып матур итеп йәшәүен дауам итә. Йортон бөхтәлектә тота, йәйҙәрен ихатаһы гөлдәргә күмелеп ултыра. Инәйҙең күҙҙәре яҡшы күрә, ҡолағы ла яҡшы ишетә, аҙымдары ла ныҡлы. Бөгөнгә тиклем тәмле итеп бешеренә, балалары, ейәндәре һәм бүләһе менән генә түгел, күп һанлы элекке уҡыусылары, туғандары, дуҫтары, күршеләре менән сөкөрҙәшеп бәхетле ғүмер көҙөн йәмләп йәшәй.
Йөз йәшәр инәйҙең хәтере лә яҡшы, төрлө сараларҙа ла теләп ҡатнаша. Уның ошо йәштә лә бала саҡтары һуғыш осорона тура килгән быуын вәкилдәре тураһында китап өсөн һикһәндән ашыу кеше тураһында ентекле мәғлүмәттәр туплауы һоҡландыра.
Мөзәйәнә Мөхәмәтғариф ҡыҙын оло юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ, артабан да бәхетле матур оҙон гүмер кисереүен теләйбеҙ.