САРМАНАЙ
+11 °С
Облачно
Новости
18 Января 2022, 05:03

“Алтын шайба” Кубогы — Саҡмағоштың йәш хоккейсыларында!

Үткән йомала Саҡмағош районы боҙонда “Алтын шайба” Кубогына республика ярыштары тамамланды. Һигеҙ команда араһында ике көн дауам иткән беренселек өсөн көрәш еңел булманы, әммә еңеүҙе иң көслөләр яулауны.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Алтын шайба” Кубогы — Саҡмағоштың йәш хоккейсыларында!“Алтын шайба” Кубогы — Саҡмағоштың йәш хоккейсыларында!
“Алтын шайба” Кубогы — Саҡмағоштың йәш хоккейсыларында!

Үткән йомала Саҡмағош районы боҙонда “Алтын шайба” Кубогына республика ярыштары тамамланды. Һигеҙ команда араһында ике көн дауам иткән беренселек өсөн көрәш еңел булманы, әммә еңеүҙе иң көслөләр яулауны. Тәүге көндә үк Саҡмоғош районының “Ястребы” командаһы Борай хоккейсыларын 31:2, Балтас районы спортсыларын 13:2 иҫәбе менән ҡыйратты. Бәйгенең икенсе, финал көнөндә, районыбыҙҙың йәш уйынсылары Благовар районы командаһын 20:0 исәбе менән еңеп, йәнә алға сыҡтылар. Финалда Саҡмағоштоң “Ястребы” хоккейсылары Кушнаренко уйынсылары менән көс һынашып, турнирҙы 23:1 иҫәбе менән тамамланы.
Районыбыҙҙың тренер Азат Илшат улы Мәжитов етәкселегендәге командаһы лайыҡлы уйын өлгөһө күрһәтте. “Алтын шайба” Кубогына ярыштарҙа Саҡмағош районының “Ястребы” командаһы хоккейсылары еңеүсе булды. Кушнаренконың “Кристаллы” – икенсе, Балтас районының “Танып” командаһы өсөнсө урындарҙы яуланы.

Автор:Сайтҡа Рәзилә Арыҫланова әзерләне.
Читайте нас