САРМАНАЙ
+2 °С
Облачно
Новости
7 Декабря 2021, 07:15

Атай иҫтәлеге улына тапшырылды

Үткән аҙнала илебеҙҙә Ватаныбыҙ тарихының дәһшәтле осоро менән бәйле иҫтәлекле дата – Билдәсез һалдат көнө билдәләнде. Саҡмағош районының Рапат ауылында йәшәүсе яҡташыбыҙ Фидрат Сәйет улы Смаҡов өсөн был көн айырыуса тулҡынландырғыс, истәлекле булғандыр, мөғайын. Ошо көндө уға Өфөнең Еңеү паркында тантаналы шарттарҙа атаһы – Бөек Ватан һуғышы яугире С.Б.Смаҡовтың хәрби медальоны тапшырылды. Был баһалап бөтөргөһөҙ тарихи мираҫ “Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһындағы эҙәрмәнлек хәрәкәте” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы Псков өлкәһендә алып барған эҙләнеүҙәр барышында табылған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Атай иҫтәлеге улына тапшырылдыАтай иҫтәлеге улына тапшырылды
Атай иҫтәлеге улына тапшырылды

Үткән аҙнала илебеҙҙә Ватаныбыҙ тарихының дәһшәтле осоро менән бәйле иҫтәлекле дата – Билдәсез һалдат көнө билдәләнде. Саҡмағош районының Рапат ауылында йәшәүсе яҡташыбыҙ Фидрат Сәйет улы Смаҡов өсөн был көн айырыуса тулҡынландырғыс, истәлекле булғандыр, мөғайын. Ошо көндө уға Өфөнең Еңеү паркында тантаналы шарттарҙа атаһы – Бөек Ватан һуғышы яугире С.Б.Смаҡовтың хәрби медальоны тапшырылды. Был баһалап бөтөргөһөҙ тарихи мираҫ “Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһындағы эҙәрмәнлек хәрәкәте” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы Псков өлкәһендә алып барған эҙләнеүҙәр барышында табылған.
Фронтовик райондашыбыҙ, лейтенант Сәйетзада Бәхтегәрәй улы Смаҡов Бөек Ватан һуғышына 1941 йылда китә. Алыштар ваҡытында ҡаты яраланғандан һуң ике аяғын ампутациялайҙар. Ул бары тик 1946 йылда ғына демобилизацияланып туған яҡтарға әйләнеп ҡайта. Ғүмер юлдашы менән биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Яугир райондашыбыҙ 72 йәшен тултырып вафат була.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: муниципаль район хәкимиәте сайты. 

Автор:Сайтҡа рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Читайте нас