

2022 йылда Башҡортостанда транспорт ҙур тиҙлек менән хәрәкәтләнә ала торған яңы магистраль төҙөлә башлай. Уның оҙонлоғо 200 километрҙан арта, тип хәбәр итәләр Республикаға идара итеү үҙәгенән.
Әлеге юл “Мәскәү-Түбәнге Новгород-Ҡазан” М-12 трассаһының Екатеринбургҡа ҡәҙәрге өлөшө буласаҡ. Был маршрутҡа М-7 “Волга” трассаһының Дүртөйлөнән Татарстанға тиклем 64,6 километр оҙонлоҡтағы һәм “Ҡазан-Екатеринбург” М-12 яңы магистраленең Дүртөйлөнән башлап Свердлов өлкәһенең Ачит поселогына ҡәҙәрге 140 километр оҙонлоғондағы участоктары инә. Төҙөлөштө 2024 йылда тамамларға планлаштыралар.
Яңы юл Башҡортлстан менән башҡа төбәктәр араһындағы өҫтәмә бәйләнештәрҙе тәьмин итәр һәм туристтар ағымын арттырыр тип көтөлә. Беҙҙең төбәк “Мәскәү-Екатеринбург” магистрале төҙөлөше проектына 2018 йылда Мәскәүҙә үткән “Рәсәй транспорты” форумында, Башҡортостан етәкселеге алып барған һөйләшеүҙәрҙән һуң индерелде.
Ағымдағы йылдың апрель айында ил Президенты В.В.Путин Дәүләт Йыйылышына Юлламаһын еткергән ваҡытта әлеге проектты анонсланы. Түбәнге Новгород аша үткән “Мәскәү-Ҡазан” М-12 федераль трассаһының дөйөм оҙонлоғо 800 километр тәшкил итә. Проекттың хаҡы 650 млрд. һум менән бәһалана. Уның 150 млрд. һумы Милли именлек фондынан бүленә.
Мәғлүмәт сығанағы – “Башинформ” агентлыгы порталы.
#Национальныйпроект«Безопасные качественные дороги»
#Национальныепроекты