САРМАНАЙ
+12 °С
Ясно
Новости
29 Октября 2021, 05:40

Саҡмағоштоң хоккей данын яҡлап

28 октябрь кисендә районыбыҙҙың “Ястребы” командаһы йәш уйынсылары мәртәбәле ярыштарҙан еңеү яулауҙары тураһында шатлыҡлы хәбәр менән ҡайтты. Улар 2013 йылғы үҫмерҙәр араһында шайбалы хоккей буйынса Ҡазан ҡалаһында үткән “ALGA CUP" турнирында ҡатнаштылар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Саҡмағоштоң хоккей данын яҡлапСаҡмағоштоң хоккей данын яҡлап
Саҡмағоштоң хоккей данын яҡлап

28 октябрь кисендә районыбыҙҙың “Ястребы” командаһы йәш уйынсылары мәртәбәле ярыштарҙан еңеү яулауҙары тураһында шатлыҡлы хәбәр менән ҡайтты. Улар 2013 йылғы үҫмерҙәр араһында шайбалы хоккей буйынса Ҡазан ҡалаһында үткән “ALGA CUP" турнирында ҡатнаштылар. Йәш хоккейсыларыбыҙ Ҡазан, Тольятти командаларынан ғына бераҙ ҡалышып һәм Пенза, Санкт-Петербург, Саратов ҡалалары уйынсыларын еңеп, призлы өсөнсө урынды яуланылар. Әйткәндәй, был команда хоккейсылары әлеге чемпионаттан икенсе тапҡыр еңеү менән ҡайта – үткән йылда да улар өсөн шулай шатланғайныҡ. Команда уйынсылары һәм уларҙың ата-әсәләре бындай ҡаҙаныштар өсөн тренер Азат Илшат улы Мәжитовҡа ихлас рәхмәтле.
Беҙ йәш хоккейсыларыбыҙҙы сираттағы уңыштары менән ихлас һәм артабан да уларға еңеүҙәр юлдаш булуын, тағы ла юғарыраҡ үрҙәр буйһоноуын теләйбеҙ!
Сайтҡа Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.

Автор:
Читайте нас