

Билдәле булыуынса, 13 октябрҙән Башҡортостанда айырым категория граждандар өсөн COVID-19 инфекцияһынан мотлаҡ вакциналау ғамәлгә индерелде. Был хаҡтағы ҡарарға республиканың баш санитар табибы ҡул ҡуйҙы. Ошо уңайҙан күп кешеләрҙә медицина күрһәтмәләре буйынса прививканы кисектереү буйынса һорауҙар тыуҙы. 14 октябрҙә БСТ каналында Республикаға идара итеү үҙәге ойошторған брифингта Роспотребнадзорның Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак был ҡарарға ярашлы вакциналау мотлаҡ булмаған осраҡтар тураһында ла мәғлүмәт еткерҙе. Әгәр хеҙмәткәргә медицина күрһәтмәләре буйынса табибтар тарафынан прививка эшләтеү кисектереп торолһа йәки ул алдағы алты ай эсендә коронавирус инфекцияһын йоҡтороп сирләгән булһа, был осраҡта мотлаҡ вакциналау процедураһын үтмәҫкә лә мөмкин була. “Коронавирус инфекцияһынан вакциналаныу буйынса методик тәҡдимдәрҙә ҡайсы вакцинаның ниндәй медицина күрһәтмәләре булыуы тураһында аныҡлап аңлатҡан мәғлүмәттәр бар. Теге йәки был сир менән ауырығанда вакциналаныу процедураһын кисектереп тороу тураһындағы мәсьәләне йә дауалаусы табиб йә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡаршыһында эшләп килеүсе комиссиялар менән хәл итергә кәрәк буласаҡ.
Һәр кисектереүҙең үҙ ваҡыты билдәләнә – ул ҡыҫка ла, оҙайлы ла булырға мөмкин. Әгәр вакциналау ҡыҫҡа ваҡытҡа кисектерелә икән (мәҫәлән, респиратор ауырыуҙар булғанда), кеше 2-4 аҙнанан вакцина ҡаһатырға мөмкин. Әгәр инде оҙаҡ ваҡытҡа билдәләнгән икән, табиб был хаҡтағы белешмә яҙып бирә һәм хеҙмәткәргә үҙ эшен башҡарырға рөхсәт ителә”, – тине санитар табиб.
Вакцина алыуҙы кисектереүгә сәбәптәр: 18 йәш тулмау; вакцинаның теге йәки был компонентына гиперһиҙемлелек; анамнезда ауыр аллергик реакциялар күҙәтелеү; кискен инфекциялы һәм инфекциялы булмаған ауырыуҙар; хроник сирҙәрҙең көсәйеп китеүе – был осраҡта вакциналауҙы һауыҡҡандан һуң йәки ремиссия башланып 2-4 аҙна үткәндән һуң башҡаралар. Ауыр булмаған ОРВИ, ашҡаҙаны-эсәк трактының киҫкен ауырыуҙары күҙәтелгәндә вакцинаны тән температураһы нормаға килгәндән һуң яһайҙар. Анна Казак билдәләүенсә, COVID-19ға ҡаршы вакцина шулай уҡ бала имеҙгәндә дә яһалмай. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар мотлаҡ рәүештә вакциналанған булырға тейеш. Әгәр уны һалдырмау өсөн медицина күрһәтмәләре бар икән, был осраҡта армияға алыу мәҫьәләһен саҡырыу комиссияһы хәл итә, тине Роспотребнадзор етәксеһе. Брифингта А.Казак шулай уҡ мотлаҡ вакциналауҙың ваҡыты һәм эш биреүсегә лә, хеҙмәткәрләргә лә был яңы талаптарҙы үтәмәү нимә менән янауын аңлатты.